Матур ғаилә, өлгөлө... Оҙаҡ йылдар ауылдаштар беҙҙе шулай тип белде. Хатта гәзиттәргә лә маҡтап яҙҙылар. Ысынлап та, бығаса бөтәһе лә ал да
гөл кеүек ине. Атай-әсәйем уңған, донъя көтөргә әүәҫ булды, беҙҙе, дүрт баланы ла, эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Бер апайым Салауат ҡалаһында уҡытыусы булып, пенсияға сыҡты. Өлкән ағайым полицияла эшләне. Икенсе ағайым күрше ауылда үҙ донъяһы менән йәшәй. Хәҙер үҙҙәре өләсәй, олатай инде.Өйөбөҙ күркәмлеге менән айырылып торҙо – һәр ваҡыт “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу биҙәне. Үкенескә ҡаршы, үткәндәр тураһында хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды....Көтмәгәндә әсәйемде фалиж һуҡты. Бөтә туғандарым:- Иң кесеһе булғас, һин ҡарайһың инде, фатирың да юҡ, өй үҙеңә булыр, - тигәс, Салауат ҡалаһында эшләп йөрөгән еремдән ауылға ҡайттым. Иптәшем мәрхүм ине, дөйөм ятаҡтағы бүлмәмде тапшырҙым да ике ҡыҙым менән атай-әсәй янына күсендек.
Түшәктә ятҡан кешене ҡарауы нисек ауыр булғанын үҙ башына төшкәндәр генә беләлер. Шулай ҙа үкенмәйем - әсәйемде биш йыл буйы тәрбиәләп, һуңғы юлға бәхиллеген алып оҙаттым. Күп тә үтмәне шәкәр ауырыуынан яфаланған атайым күҙҙән яҙҙы. Әсәйемдән һуң уны ла алты йыл ҡараным. Апай-ағайҙарым яҡшы машиналарында һирәк-һаяҡ ҡайтҡан арала ла пенсияларының күплегенә ишаралап, аҡса һорап алалар ине. Имеш, бер ейәнсәренә - һыуытҡыс, икенсеһенә туй үткәрергә кәрәк. Был хаҡта кешеләргә һөйләмәнек. Ауылдаштарҙан, күрше-күләндән оят.Нисек ҡайтҡанмын, шулай йәшәй бирҙек. Атайым, өй һиңә булыр тип йыш ҡабатлаһа ла, был һүҙгә әллә ни иғтибар бирмәнем, минең исемгә яҙҙырыу тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Һәр береһенең үҙ донъяһы бар, газ да, һыу ҙа үтмәгән төпкөлдәге ауыл өйө кемгә кәрәк? Әммә бөтәһе лә алда булған икән.Атайымды ерләп, өсөн уҡытып, кешеләр таралышҡас, кесе ағайым ошо арала өйгә ғаиләһе менән күсеп ҡайтасағын белдерҙе.- Ғүмер буйы ят ауылда йәшәп ялҡытты. Өлкәнәйгән көнөмдә үҙ өйөмдә йәшәгем килә, - тигәс, ултыра төштөм. “Ә мин ҡайҙа барам?” – тип саҡ һорай алдым.- Ҡайҙа булһын, ҡалаға китәһең инде! – тине был күҙен дә йоммай. - Һин бит малай түгел. Ғүмер буйы төп йорт кинйә малайға булған! – Ағайыма ҡаршы әйтергә һүҙ тапманым.- Һин ҡайһылай ҡыҙыҡ, ошо сама өйгә бер үҙең хужа булмаҡсы итәһеңме? – тип ултырған еренән һикереп килеп торҙо апайым. Уның аларған күҙе ҡорбанына ташланырға әҙерләнгән йыртҡысты хәтерләтә ине. – Был һин ҡорған донъя түгел! Өй һалғанда сәңгелдәктә генә ята инең. Бында грамм да көсөң юҡ. Мин атайыма мүк тығырға булышып йөрөнөм. Әллә минең дә ауылға ҡайтып йәшәйһе килмәй тиһеңме! Мин дә Салауаттың һаҫығын еҫкәп туйҙым, рәхәтләнеп ауылда йәшәге килә. Рәхәт, әҙергә бәҙер өйлө булмаҡсы берәү. Ҡап яртыһы минеке булырға тейеш!Уларҙы оло ағайым бүлдерҙе:- Ярай, һеҙ өйҙө бүлешегеҙ, миңә артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй, гараж менән машина булһа, еткән, - тине ул күҙен дә йоммай.Ағайҙарымдың, апайымдың был тиклем оятһыҙлығына иҫем китте. Оло ағайым иртәгәһенә үк һыуытҡысты, тимер гаражды, еңел машинаны алып китте. Бер һыйырҙы һуйып та алды. Ә кесе ағайым бөтә йыһаздарын тейәп күсенеп тә ҡайтты. Миңә кире ҡалаға китеүҙән башҡа сара ҡалманы, әле кешегә фатирында түләп йәшәйем.Ул ваҡиғанан һуң ике йыл үтте. Апайым менән ағайым һаман бер-береһе менән еңешә алмай суд юлын тапай, хатта һуғышып бөткәндәр. Апайым ағайымдың сәсен йолҡоп алып, бер туған түгел тип, ДНК-аһын тикшертеп йөрөгән.Минең атай йортона дәғүәм юҡ, кәрәкмәй ҙә. Низағлы йортта бер ҡасан да үҙемде бәхетле тоймаясағымды яҡшы аңлайым. Иҫәнлек булһа, үҙемә йәшәргә мөйөшөн дә хәстәрләрмен. Тик бына өлкәнәйеп бөткән туғандарымдың сеймә-сей килеп талашыуы үҙәкте өтә.
Ауылдаштар алдында оят. Хәҙер был хаҡта бөтә халыҡ, хатта күрше-тирә ауылдар ҙа белә, бер-береһенә ғибрәт итеп һөйләй. Бер ҡарында яралған, ҡасандыр бер-береһен ҡайғыртып йәшәгән туғандарым бөгөн бер-береһен өҙгөсләп ташларҙай хәлдә. Апайым сихырсыға ла барған, тиҙәр.Ғәзимә ӘХМӘТОВА.