Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 17:10

Вуздарға ҡабул итеү нисек уҙасаҡ

Ҡабул итеү кампанияһы берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нигеҙендә үткәрелә, тип белдерҙе ул. Ғариза электрон документ формаһында ҡабул ителә.

Кисә республика Һаулыҡ һаҡлыу министрлығында уҙған брифингта Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин вуздарҙа ҡабул итеү кампанияларының нисек уҙғарыласағы хаҡында һөйләне.
Ҡабул итеү кампанияһы берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нигеҙендә үткәрелә, тип белдерҙе ул. Ғариза электрон документ формаһында ҡабул ителә.
«Вуздың ҡабул итеү кампанияһының эшен тамамлауы тураһында бик күп һорауҙар килә. Юғары уҡыу йортонда ҡабул итеү кампанияһының башланыу ваҡыты үҙгәрмәй: көндөҙгө бүлектә уҡыу өсөн 18-20 июнь. Уның тамамланыу ваҡыты берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың һуңғы һөҙөмтәләрен иғлан итеү датаһына бәйле», — тине Мәүлитбирҙин.
Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң 23 көн үткәс, ҡабул итеү кампанияһының ваҡыты тамамлана, тип билдәләне чиновник. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Рәсәй президенты Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын үткәрә башларға тәҡдим итте.
Юғары уҡыу йорттарына инергә теләгәндәр өсөн документтар пакетына COVID-19 булмауы хаҡында белешмә һалыу талап ителмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1453175-minobr-bashkirii-razyasnil-kak-budut-prokhodit-priemnye-kampanii-v-vuzy/
Читайте нас: