Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 18:20

Йөрәк һүҙем Еңеү хаҡында

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы шиғыр йәки прозанан өҙөк һөйләү буйынса видеоконкурста Учалы районынан да ҡатнашыусылар күп булды. Яҡташтарыбыҙ араһында еңеүселәр ҙә бар.

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы шиғыр йәки прозанан өҙөк һөйләү буйынса видеоконкурста Учалы районынан да ҡатнашыусылар күп булды. Яҡташтарыбыҙ араһында еңеүселәр ҙә бар. 7-се Миндәк урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Ләйсән Хәлиуллина Рәми Ғариповтың "Яндырылған хаттар" шиғыры менән, Озерный урта мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Алһыу Ҡотоева Рәшит Назаровтың "Билдәһеҙ һалдат" шиғыры менән беренсе урынға лайыҡ булды. 6-сы класс уҡыусыһы Лидиә Ҡотоева (III урын, В. Маркованың "Геройҙар үлмәйҙәр" шиғыры), 5-се класс уҡыусыһы Руфина Ғибәҙуллина (I урын, М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы). Еңеүселәрҙең етәкселәре - Озёрный урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ғибәҙуллина. Зилә Рим ҡыҙы күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен замана талаптарына яраҡлы юғары кимәлдә уҡытыуҙы ойоштороуға күп көс һалған шәхес. Балаларҙа туған телгә һөйөү, башҡорт халҡының тарихи үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләй, уларҙы алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтә. Уҡыусылары күп тапҡыр яттан шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашып, тәүге урындарҙы ала, төрлө тематик конференцияларҙа, олимпиадаларҙа сығыш яһап еңеү яулайҙар. .
Шулай уҡ был конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Зилә Ғибәҙуллина Р. Хажиевтың "Дан һеҙгә, апайҙарым" шиғырын һөйләп беренсе урын алһа, ҡаланың 5-се урта мәктәбенән Мәнсиә Ғайсина Р. Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" шиғыры менән икенсе урын яуланы.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афариндар!
Читайте нас: