“Республикабыҙҙағы хәлде үҙ күҙҙәрем менән күреп, төшөнөргә тейешмен – эшем ошоға ҡоролған. Шуға күрә райондар буйлап күп йөрөйөм. Дөрөҫөрәге күп йөрөнөм... коронавирусҡа тиклем. Бер аҙ өҙөклөк булды, сөнки сирҙе таратыуҙан ҡурҡа инем. Ләкин тормош дауам итә, мин һәм коллегаларым тағы ла райондарға сыға башлайбыҙ. Бөгөн мин Сибайҙа. Карьерҙа янғын сығыуға бәйле ваҡиғаларҙан һуң ул минең өсөн тыуған ҡаламдай булып китте. Төйәләҫ йылғаһының яр буйы, “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагеры, филармония, “Ирәндек” йәштәр клубы кеүек әүәлерәк нигеҙ һалынған объекттарҙы төҙөп бөтөү мөһим. Бөгөн минең менән сәфәрҙә “Башнефть” етәксеһе Хәсән Курейшевич Татриев та бар, сөнки Урал аръяғындағы ҡайһы бер объекттар шул иҫәптән “Башнефть” бүлгән аҡсаға ла төҙөлә. Был республика өсөн ярайһы уҡ ҙур ярҙам. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү йәһәтенән артабанғы аҙымдарыбыҙҙы ла бергәләп билдәләргә булдыҡ”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.