Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 22:35

"Шифа" лагерын ниҙәр көтә?

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙағы “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагерында учреждениены артабан үҫтереү һәм яңыртыу буйынса фекер алышты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙағы “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагерында учреждениены артабан үҫтереү һәм яңыртыу буйынса фекер алышты.
Лагерҙа балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү мөмкинлеге булмағанға күрә, яңы корпус төҙөү ниәте бар. Әле уның проекты әҙерләнә. Радий Хәбиров ҡала башлығына ошо өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырған башҡа муниципалитеттарҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәңәш итте.
Рөстәм Афзалов республика етәксеһен һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн күп йүнәлешле реабилитация үҙәге төҙөү проекты менән таныштырҙы. Радий Фәрит улы объект төҙөлөшөн 2021 йылға Адреслы республика инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
Эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Башлығы Сибайҙағы үҫешкә ыңғай баһа бирҙе.
“Ҡала башлығының үҙ янына эшлекле, булдыҡлы кешеләрҙе туплауы бик оҡшаны. Сибайҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары арта. Был да ҡыуаныслы хәл, сөнки донъялағы коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән ҡатмарлы шарттарҙа беҙҙең өсөн иҡтисадтың эшләүе бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Ҡарап сыҡҡан төҙөлөштәрҙең барыһы ла график буйынса бара. Тиҙҙән Башҡортостандың Урал аръяғы баш ҡалаһы – Сибай 65 йыллығын билдәләй. Беҙ барыбыҙ ҙа бында августа киләсәкбеҙ”.Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбаков
Читайте нас: