Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 22:25

Сибай филармонияһы менән “Ирәндек”кә – яңы һулыш

Таулы биҫтәһендә “Ирәндек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубын реконструкциялау тамамланып килә. Бында бокс, гимнастика, тренажер залдары урынлашасаҡ, төрлө секциялар һәм түңәрәктәр эшләйәсәк. Клуб янындағы биләмәлә балалар өсөн ике уйын зонаһы, спорт майҙансығы, парк, сәхнәле амфитеатр бар.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа эш сәфәрендә булды. Ул ҡаланы үҫтереү мөмкинлектәре, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышы менән танышты, социаль һәм мәҙәни объекттарҙы ҡарап сыҡты.
Таулы биҫтәһендә “Ирәндек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубын реконструкциялау тамамланып килә. Бында бокс, гимнастика, тренажер залдары урынлашасаҡ, төрлө секциялар һәм түңәрәктәр эшләйәсәк. Клуб янындағы биләмәлә балалар өсөн ике уйын зонаһы, спорт майҙансығы, парк, сәхнәле амфитеатр бар.
Радий Хәбиров реконструкция һәм биләмәне төҙөкләндереү барышын ҡараны. Ҡала мэры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, эште июндә тамамлау күҙаллана.
2015 йылда янғындан зыян күргән Сибай филармонияһында реконструкция былтыр февралдә башланған. Республика Башлығы эште быйыл Сибайҙың 65 йыллығына тамамларға ҡушҡайны. Реконструкция планға ярашлы бара, тик блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы ҡыйынлыҡтар бар. Был объект проектта ҡаралмаған. Республика Башлығы уға аҡсаны Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан бүлергә тәҡдим итте.
– Халыҡты ҡыуандырырға теләйем: быйыл көҙгә филармонияны файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Уны ҡаланың юбилейына өлгөртөргә тырышабыҙ. Мәҙәни мираҫ объекты булғанға күрә, бындағы бөтә архитектура элементтарын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы. – Ҡалалағы мәҙәни киңлектәрҙе спорт объекттары менән тулыландырыу ҡарала. “Урал тау-металлургия компанияһы-холдингы”ның сибайҙар алдында билдәле бер йөкләмәләре бар. Шуға күрә Көрәш һарайын һалабыҙ һәм стадионға бәйле мәсьәләне аҙағынаса хәл итәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы.
Фотолар: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: