Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Архангел, Бөрө, Иглин һәм Салауат юртаҡтары беренселек өсөн алышты. Шуныһы: сара бар санитар талаптарға ярашлы, йәғни битлек һәм бирсәткәләр кейеп ойошторолдо. Был, әлбиттә, ярышта ҡатнашыусыларға айырым ҡыйынлыҡтар килтергәндер. Ғәҙәттәгесә, башта айырым ат һөйөүселәр араһында бәйге үткәрелде. Шулай итеп, архангелдәр башланы турнир этабы ярыштарын. Мансур Бикбаув үҙ районы бәйгеселәре араһында тәүге урынды яуланы. Тағы шуныһы: ир-егеттәр араһында гүзәл зат вәкиле лә булды - Таңсулпан Усманова. Был ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың борон-борондан һыбай оҫта елдереүенә дәлил түгелме?!
Ә дөйөм ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, Иглин районынан Марсель Әхмәҙиев беренселекте бирмәне. Икенсе урында – Архангелдән Александр Чернов. Өсөнсөгә тағы Иглин районынан Сергей Константинов сыҡты. Дүртенсе урынды – йәнә Иглиндан Динар Ҡырымбаев, бишенсене Бөрөнән Альберт Пелешян бүлеште. Ә алтынсы булып Бөрө районы вәкиле Максим Сәйфетдинов килде.