Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 15:00

Рәсәй ғалимдары вакцинаны үҙҙәрендә һынаған

«Бөтәһе лә иҫән-һау, ҡыуана» — Рәсәй ғалимдары коронавирустан вакцинаны үҙҙәрендә һынап ҡараған. Әлегә рәсми рәүештә түгел.

«Бөтәһе лә иҫән-һау, ҡыуана» — Рәсәй ғалимдары коронавирустан вакцинаны үҙҙәрендә һынап ҡараған. Әлегә рәсми рәүештә түгел.Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре коронавирустан потенциаль вакцинаны үҙҙәрендә тикшереп ҡараған. Был хаҡта «Интерфакс»хәбәр итте.Үҙәк директоры Александр Гинцбург һүҙҙәренсә, иммунитет барлыҡҡа килгән, ә кире эҙемтәләре юҡ: «Бөтәһе лә иҫән-һау, ҡыуана».Әле клиникаға тиклемге һынауҙың финал этабы бара, вакцинаны приматтарҙа тикшерәләр. Гинцбург вакцинаны клиникала һынау 2020 йылдың йәй аҙағына тамамланыуы ихтимал тип иҫәп тота.
Башҡоростаным яңылыҡтары
Читайте нас: