Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 12:00

Сабый һауыҡҡан

Өфөлә бер әсә, сабыйында коронавирусҡа шик булыуын белгәс, унан баш тартҡан. Хәҙер ул һауыҡҡан.

Өфөлә бер әсә, сабыйында коронавирусҡа шик булыуын белгәс, унан баш тартҡан. Хәҙер ул һауыҡҡан.Ай ярым элек Республика клиник перинаталь үҙәгендә әсә үҙ балаһынан баш тартҡан. Баш табип һүҙҙәренсә, был хәл сабый тыуған көндә үк булған.Дүртенсе көнгә балала коронавирусҡа шик тыуған. Һуңынан асыҡланыуынса, сабый ҡарында уҡ пневмония кисергән, ул ҡайһы берҙә коронавирусҡа ялған һөҙөмтә бирә.Хәҙер сабый тулыһынса һауыҡҡан һәм Дим бала табыу йортонда ята. Тиҙҙән уны Сабыйҙар йортона ебәрәләр.Шуны өҫтәп әйтеп үтәйек: Башҡортостанда ай ярым эсендә 15-тән ашыу ҡатын-ҡыҙҙа коронавирус инфекцияһы асыҡланған.
Читайте нас: