Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында берәҙәк эттәр шәхси хужалыҡтағы һарайға инеп, һарыҡтарға ташланған.
Был хәл иртә менән теркәлә. Йәрәхәтләнгән өс һарыҡтарын һәм тамаҡланған бәрәстәрен күреп, хужалар шаҡ ҡата.
Урындағы халыҡ ас эттәрҙең балаларға ла ташланыуы бар тип хәүефләнә.
Хәҙер берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе үлтерергә ярамай, ә тотоп дауалап кире ебәрергә генә рөхсәт ителә. Әммә ысынбарлыҡта был ҡануниәт эшләмәй. Эттәрҙе атыу тыйыла, тотоп бикләп ҡуйырға приюттар юҡ. Ә улар закон менән яҡланғандарын белгәндәй ҡотора. Берәҙәк эттәрҙең халыҡтың мал-тыуарын, ҡош-ҡортон тамаҡлағаны йыш күҙәтелә.
“Иртән тороп һарайға сыҡҡас, иҫебеҙ китте: берәҙәк эттәр тауыҡтарыбыҙҙы ҡырған. Нисәмә йыл тырышып эшләгән хеҙмәтебеҙ юҡҡа сыҡты”, - тип яҙа Фейсбуктағы сәхифәһендә фермер Олег Сирота.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Өфөлә генә 30 меңдән ашыу берәҙәк эт һәм бесәй иҫәпләнә. Йорт хайуандарының бер өлөшө Нижегородка биҫтәһендәге ташландыҡ биналарҙы төйәк иткән. Хужаһыҙ эттәрҙән ҡотолоу өсөн яҡын киләсәктә республиканың төрлө төбәктәрендә муниципаль-ара приюттар асыу ҡаралған. Бының өсөн Башҡортостан бюджетынан 120 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Эттәрҙе юҡ итеү – ҡанһыҙлыҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙың туҡтауһыҙ үрсеүенә лә юл ҡуйырға ярамай. Проблеманы хәл итеү өсөн белгестәр бар эттәрҙе лә идентификациялау, йәғни уларға мотлаҡ рәүештә электрон чип беркетергә кәңәш итә. Сөнки бөгөн Рәсәйҙә хайуандарҙың хужаларын эҙләү мәсьәләһе тейешенсә көйләнмәгән, власть органдары вәкәләттәре лә был мәсьәләне үҙаллы ғына хәл итә алмай.