Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2020, 15:00

Ҡыҙҙарын ышанып ҡалдырып...

Был аяныслы ваҡиға күрше Татарстанда 2019 йылдың йәйендә теркәлгән. Енәйәт ҡылыуҙа Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы кешеһе ғәйепләнә.

Был аяныслы ваҡиға күрше Татарстанда 2019 йылдың йәйендә теркәлгән. Енәйәт ҡылыуҙа Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы кешеһе ғәйепләнә.
35 йәшлек ир Татарстандың Алексеевск районында йәшәгән һөйәркәһе янына ҡунаҡҡа килә. Тик уларҙың осрашыуы оҙаҡҡа бармай, ҡатынға тиҙ генә Ҡазан ҡалаһына эш буйынса юлланырға тура килә. Ханым, ете һәм 16 йәшлек ҡыҙҙарына күҙ-ҡолаҡ булып тор тип, Башҡортостандан килгән ир дуҫына үтенә. Теге ир ризалаша һәм өйҙә хужа булып ҡала.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, төндә ир ҡыҙҙарҙың өлкәненә һөжүм итә һәм уға бысаҡ менән тән йәрәхәттәре яһай. Бәхеткә күрә, үҫмер иҫән ҡала. Теге әҙәм аҡтығы ҡыҙҙың үлмәгәнен һиҙеп, баланы мендәр менән быуырға маташа, тик ҡыҙ үҙендә ҡайҙандыр көс табып, ирҙе этеп ебәрә һәм сығып ҡаса.
Кеше ғүмеренә ҡул һалған ирҙе тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Ул махсус режимлы колонияла 12 йыл ғүмерен үткәрәсәк. Был ваҡиға тураһында "КП-Татарстан" хәбәр итә.
Һәр йәһәттән һаҡ булайыҡ, аҙымдарыбыҙҙы үлсәп баҫайыҡ, балаларыбыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ.
Фото: Msk.rosrabota.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас в