Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 12:54

Браконьерҙар ҙа тотолдо, винтовка ла табылды.

Кирәбе егеттәре һуйыр менән һыйлана алманы

Ҡор йә һуйырҙар яҙ мәлендә ҡауышыр алдынан берәй яланға йыйылып гөрһөлдәйҙәр, бер-береһе алдында маһаялар, көс һынашалар. Үҙенә күрә “ҡоҙалашыу” ҡоро һымаҡ инде. Бындай мәл “кейәүҙәр” тирә-йүнгә йүнләп иғтибар бирмәйенсә, йыртҡыстарҙың йә һунарсыларҙың ҡорбанына йыш әйләнәләр.
“Урал-Тау” заказнигы биләмәһендә эш барғанлыҡҡа иҫтәре китмәгән, ғөмүмән, һуйыр кәсеп итергә бер ниндәй рөхсәттәре булмаған 21 һәм 24 йәшлек Кирәбе уҙамандары анһат ҡына дүрт ҡошто атып алалар. Ауылдан биш саҡрымлап арала бара был ҡара һунар.
Тәбиғи, тиҙ арала үҙҙәре лә тотолдо. 24 мең һум күләмендә урман фаунаһына килтергән зыянды ҡаплау менән ҡотола алмаясаҡтар – РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итте беҙгә эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова. Ә был статьяның 2-се өлөшө буйынса (төркөмгә тупланып эш итеүҙе иҫәпкә алып) 1 миллион һумға тиклем штраф һалыныуы, ғәйепленең 5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.
Шыма көбәкәле, законһыҙ рәүештә һаҡланған мылтыҡ менән эш иткән булалар һуйыр атыусылар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер браконьерҙың йортонда 5 дана һырлы көбәкле мылтыҡтың 5,6 миллиметр калибрлы патрондары табыла. Йомғаҡты һүтә башлағас, Кирәбе ауылының бер кешеһендә һырлы көбәкле ТОЗ-8М мылтығы (ике айырым винтовка өләштәрен бергә йыйып ҡоролған), байтаҡ патрондар табыла. Аңлашыла – законһыҙ рәүештә һаҡланған була. Йәнә енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, тип белдерҙе Динара Фәнил ҡыҙы, РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһы буйынса.
Читайте нас: