Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 18:05

Ҡатынына – 580 мең һум премия...

Былтыр ғинуарҙа директор вазифаһын башҡарыусы эшкә ҡатынын урынлаштыра һәм йыл һөҙөмтәһе буйынса уға 580 мең һум күләмендә премия түләй.

Башҡортостан прокуратураһы Нефть химияһы һәм катализ институты эшмәкәрлегендә закон боҙоу осрағын асыҡланы. Былтыр ғинуарҙа директор вазифаһын башҡарыусы эшкә ҡатынын урынлаштыра һәм йыл һөҙөмтәһе буйынса уға 580 мең һум күләмендә премия түләй.
Был хаҡта прокуратураның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡатын лаборатория мөдире булып иҫәпләнгән. "Конфликт тыуыуға ҡарамаҫтан, етәксе уны төҙәтеү буйынса бер сара ла күрмәгән", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Директор вазифаһын башҡарыусы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, тип хәбәр итә Уфа1.ру порталы. Институт ғалимдары учреждениелағы баш-баштаҡлыҡты туҡтатыуҙа ярҙам һорап ил етәксеһенә лә мөрәжәғәт иткән. Был ғилми-тикшеренеү институты эшмәкәрлеге буйынса донъя лидерҙарының береһе һанала.
Фото: Уфа1.порталы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: