Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында әүҙем ҡатнашыу йәһәтенән беренсе урында тора. Өс айҙа республикала «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса 3 миллиард һумдан ашыуға яҡынса 1,5 мең ғариза хупланған. Биш йөҙ самаһы кеше 1 миллиард һумға льготалы кредит алған, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан.
Төҙөлгән килешеүҙәр һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондары тәүге урындарҙы биләй. Заемсыларҙың 60% — фатирға, 40% шәхси йортҡа өҫтөнлөк биргән. Ауыл ипотекаһын алыусыларҙың яртыһынан күберәге – 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр.
Илдең 61 төбәгендә 3,8 меңдән ашыу кеше льготалы ауыл ипотекаһынан файҙаланған, 7,7 миллиард һумға кредит бирелгән. Шул уҡ ваҡытта банктарға килгән ғаризаларҙың дөйөм күләме 140 миллиард һумдан күберәк. Әлеге механизмға ихтыяж булыуын иҫәпкә алып, финаннслау суммаһын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә, тип билдәләнеләр министрлыҡта.
http://www.bashinform.ru/news/1455205-500-zhiteley-bashkirii-zanyali-1-mlrd-rub-v-ramkakh-selskoy-ipoteki-/