Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 18:10

Бала йығылып төшкән

Уҙған йәкшәмбе Учалы ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһендә фажиғә теркәлә. Кис көнө өсөнсө ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән ике йәшлек бала йығылып төшә.

Йәй етеү менән фатирҙа эҫе, тынсыу була башлай. Ошо арҡала хужалары йыш ҡына тәҙрәне асып ҡуйып елләтә, әммә күптәр өйҙәрендә бәләкәй бала барлығын онотоп ебәрә шул. Уҙған йәкшәмбе шуға бәйле Учалы ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһендә фажиғә теркәлә. Кис көнө өсөнсө ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән ике йәшлек бала йығылып төшә. Малайҙы күп төрлө тән йәрәхәттәре менән үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә алып китәләр. Балаға ярҙам итеү маҡсатынан әлеге ваҡытта Республика балалар клиника дауаханаһынан белгестәр килгән. Иҫән-һау ғына була күр инде сабый. Ата-әсәләр, зинһар һаҡлыҡ саралары тураһында онотмағыҙ, ҡулсыр балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, тәҙрәләрегеҙҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ!!!
Читайте нас в