Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 11:45

Һеңлеһен үлтергән

Башҡортостанда 17 йәшлек ҡыҙ һеңлеһен таста батырып үлтергән.

Башҡортостанда 17 йәшлек ҡыҙ һеңлеһен таста батырып үлтергән. Суд уға бер йыл «өйҙә һаҡ аҫтында ултырырға» тигән хөкөм ҡарары сығарҙы.2019 йылдың сентябрендә Салауатта 17 йәшлек ҡыҙ 7 йәшлек һеңлеһенең башын һыулы тасҡа тығып, ул тонсоҡҡансы тотҡан. Йәнәһе, ҡыҙыҡай уға дәрес әҙерләргә ҡамасаулаған - өлкән ҡыҙ кадет мәктәбендә һәйбәт уҡыған.Тәүҙә эште «Үлтереү» статьяһы буйынса тикшергәндәр, ләкин аҙаҡ «Һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереү» тип үҙгәрткәндәр. һөҙөмтәлә суд бер йылға ҡыҙҙың иркен сикләгән: ул өйҙә һаҡ аҫтында ултырырға тейеш, әммә сикләүҙәр бар. Ниндәй сикләүҙәр икәнлеге аныҡланмай.Билдәле булыуынса, ҡыҙҙар тәрбиәгә алған ғаиләлә йәшәгән.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: