Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 17:30

Коронавирус ҡорбандары "Хәтер исемлеге"ндә

Башҡортостандан табип менән шәфҡәт туташын коронавирус пандемияһы ваҡытында һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәренең «Хәтер исемлеге»нә индергәндәр

Башҡортостандан табип менән шәфҡәт туташын коронавирус пандемияһы ваҡытында һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәренең «Хәтер исемлеге»нә индергәндәрРәсәй табиптары коллегаларын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн сайт төҙөгән. Бөгөнгә исемлектә - 300-ҙән ашыу исем. Сайтты төҙөүселәр вафат булғандар тураһында башлыса туғандарынан йәки коллегаларынан белә.Исемлектә Өфөнән 28 йәшлек терапевт Наил Саматов бар. Ул Мәскәү өлкәһендә эшләгән. Сирленең өйөнә барғанда коронавирус йоҡторған. Наил6 майҙа яҡты донъя менән хушлашҡан.Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Елена Никанорованы ла исемлеккә индергәндәр. Ул балалар бүлексәһендә эшләгән, ләкин хеҙмәткәрҙәр етмәү сәбәпле, дауахананың ҡабул итеү бүлексәһенә күсергәндәр. Унда пневмония менән ауырыусылар урынлаштырылған. Ҡатын шәкәр диабетынан яфаланған. Ул пациенттарҙан коронавирус йоҡторған, Еленаны ҡотҡара алмағандар, 27 апрелдә ул вафат булған.
Башҡортостаным яңылыҡтары «Хәтер исемлеге»н бында ҡарарға мөмкин:https://sites.google.com/view/covid-memory/home
Читайте нас: