Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 17:30

«Йоҡларға ятҡас, уянмаҫмын тип ҡурҡам»...

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Учалы сайттарының береһендә Учалы ауылында бер инәйҙең ҡарауһыҙ, аслы-туҡлы йөрөүе тураһында яҙылған хәбәр шау-шыу ҡуптарҙы. Оло ханым урамдан үтеүселәрҙән ашарға аҡса һорай, өйҙәренә алып ҡайтып йоҡлатыуҙарын үтенә.

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Учалы сайттарының береһендә Учалы ауылында бер инәйҙең ҡааруһыҙ, аслы-туҡлы йөрөүе тураһында яҙылған хәбәр шау-шыу ҡуптарҙы. Оло ханым урамдан үтеүселәрҙән ашарға аҡса һорай, өйҙәренә алып ҡайтып йоҡлатыуҙарын үтенә, сөнки өйөндә йоҡларға ятһа, үлермен дә, уянмаҫмын, тип ҡурҡа, ә уның пенсияһы ейәнсәре ҡулында, тип баралар уны белгәндәр. Бер нисә көн элек Учалы ауылынан Вилена Рафиҡова урамда үҙенә ашарға һатып алыуҙы үтенгән инәйгә тап булған. Ҡарсыҡ үҙенең иҫке өйө янында хәйер һорап торған. Ул үҙен дауаханаға алып барыуҙы үтенгән, сөнки «йоҡларға ятҡас, уянмаҫмын тип ҡурҡам», тигән.Ҡыҙ үтеп барған машиналарға ҡул күтәргән, ләкин береһе лә туҡтамаған. Шунан Вилена инәйҙең күршеләренә ингән, тегеләр уның яңғыҙ йәшәүе, улының үлеүе, ә ейәнсәренең пенсия карточкаһын үҙенә алыуы, ләкин өләсәһенә килеп йөрөмәүе хаҡында һөйләгән.Ҡыҙ был хаҡта социаль селтәрҙә яҙған - шунда уҡ изгелекле кешеләр табылған һәм улар инәйҙең хәлен белергә килгән.— Уға барып килдем. Унда йәшәп булмай! Был өйҙә нисек йәшәүен аңламайым, башҡа һүҙ табырлыҡ түгел. Аҙыраҡ ашарға алдым, - тип һөйләй ирекмәндәрҙең береһе.
Шуларҙың береһе - Әлиә Теләүбирҙина әбей менән яҡындан танышыр, хәлен белешер өсөн уны эҙләп бара. "Өй йәшәрлек түгел, аптырайым, бында нисек көн күрәлер. Әҙерәк аҙыҡ-түлек алдым. Туғандары бар, әммә улар килмәй, ти. Уларҙың береһе уның пенсияһын алып тора. Былай йәшәп арыным, ҡарттар йортона барғым килә, ти ҡатын", - тип хәбәр итә ул.
Фотоһы буйынса ҡатынды тиҙ таныйҙар. Исеме - Флүрә. Улы үлгәндән һуң, пенсия ала торған картаһы менән бергә ейәнсәре лә юғалған. Шул ваҡыттан бирле оло кеше урамға сығып теләнселәнергә мәжбүр.
әҙер Учалыла йәшәүселәр Флүрә инәйҙе ҡарттар йортона урынлаштырырға тырыша.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: