Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 15:20

6 килограмға ябыҡҡан

Башҡортостанда табип коронавируслы пациенттар менән өс вахта эшләгәндән һуң 6 килограмға ябыҡҡан

Башҡортостанда табип коронавируслы пациенттар менән өс вахта эшләгәндән һуң 6 килограмға ябыҡҡан30 йәшлек Илдус Сәлимгәрәев пандемияға тиклем Мәтәүбаш ауылында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы ҡарамағындағы табип-фельдшер амбулаторияһы табибы булған. Ләкин уларға Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан covid-19 диагнозлы пациент ҡайтып, бер нисә кешегә сир йоҡторғандан һуң, Илдус «коронавирус фронты»на эләккән.Сәлимгәрәев коронавирус йоҡторғандарҙы дауалауы ауыр булыуы тураһында һөйләне: унынсы- ун икенсе көнгә генә ыңғай динамика күҙәтелә. Ауырыуҙың 2-3 көн эсендә башланыуы мөмкин, тын алыуы ауырлаша, биҙгәк тота, баш ауырта, тәнгә тимгелдәр сыға, еҫ һиҙеү һәләте юҡҡа сыға, хроник сирҙәр киҫкенләшә, аппетит юғала.Илдустың, ҡулын йыш йыуыу сәбәпле, тиреһе боҙолған, ә тағунға ҡаршы костюм табипҡа 6 килограмм ауырлығын ташларға «ярҙам иткән». Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының ҡайһы бер табиптары зарарһыҙландырыу арҡаһында күҙ мөгөҙсәһен яндырған. Ләкин медицина хеҙмәткәрҙәренә айырыуса психологик яҡтан ҡыйынға тура килгән - үлемесле сирҙең эргәһендә булыуы бик ҡатмарлы. Ҡайһы берҙәре түҙмәйенсә коронавируслы ауырыуҙар менән эшләүҙән баш тартҡан.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: