Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса алдынғылыҡты яулай.Өс ай ғәмәлдә булған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса өс миллиард һумдан ашыу күләмдәге 1,5 меңгә яҡын ғариза хупланған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 500-ләп заемсы бер миллиард һумлыҡ ташламалы кредит алған.Ауыл ипотекаһы килешеүҙәре һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара. Заемсыларҙың 60 проценты – фатир, 40 проценты шәхси йорт һатып алған. Ауыл ипотекаһы бирелгәндәрҙең яртыһынан күберәге – йәш ғаиләләр.Илдә ташламалы ауыл ипотекаһынан 3,8 мең кеше файҙаланған, 61 төбәктә 7,7 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән. Бындай алымға ихтыяжды иҫәпкә алып, финанслауҙы арттырыу мәсьәләһе хәл ителә. Күсемһеҙ милек эксперттары билдәләүенсә, ипотека буйынса ташламалы программалар баҙарҙың тотороҡлолоғон тәьмин итә.Фото: Минсельхоз РБ