Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 17:50

Башҡортостанда бер ҡарт 14 йыл буйы яңғыҙы ғына юҡҡа сыҡҡан ауылда йәшәй

Рәфҡәт Абзалов Дүшәмбе ҡалаһында тыуған. Шунда уҡыған, төҙөүсе булып эшләгән, ғаилә ҡорған. 1980 йылда ҡатыны менән айырылышҡас, Башҡортостанға ҡайтҡан, шунан һуң ғаиләһе менән бәйләнеш өҙөлгән. Элекке ҡатынын һәм ҡыҙын таба алмаған. Башҡортостанда урындағы совхозға мал ҡараусы булып урынлашмайынса, гражданлыҡ алыу менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуған.

Башҡортостанда бер ҡарт 14 йыл буйы яңғыҙы ғына юҡҡа сыҡҡан ауылда йәшәйРәфҡәт Абзалов Дүшәмбе ҡалаһында тыуған. Шунда уҡыған, төҙөүсе булып эшләгән, ғаилә ҡорған. 1980 йылда ҡатыны менән айырылышҡас, Башҡортостанға ҡайтҡан, шунан һуң ғаиләһе менән бәйләнеш өҙөлгән. Элекке ҡатынын һәм ҡыҙын таба алмаған. Башҡортостанда урындағы совхозға мал ҡараусы булып урынлашмайынса, гражданлыҡ алыу менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Ә һуңынан Благовар районы Кирилл-Ҡармасан ауылында ташландыҡ йортҡа иғтибар иткән һәм хаҡлы ялға сыҡҡас, шунда йәшәй башлаған. Өйҙә газ, эҫе һәм һыуыҡ һыу юҡ. 73 йәшлек Рәфҡәт Абзалов йортто утын яғып йылыта, элеккесә шәп булмаһа ла, үҙен формала тоторға тырыша.14 йыл элек Рәфҡәт Әхтәм улының һуңғы күршеләре лә ҡартайып вафат булған һәм шул ваҡыттан алып ул ауылда бөтөнләй яңғыҙы йәшәй. Берҙән-бер күңел йыуанысы – телевизор, дөрөҫөрәге, телевизорҙар – пенсионерҙың өс телевизоры бар. Ҡарт яңылыҡтар һәм концерттар ҡарарға ярата. Ул 18 миллион һумға һалынған юлдан күрше ауылға магазинға йөрөй. Ирекмәндәр ҡарттың яҙмышына битараф ҡалмаған. Улар уны быйыл йәй үк күрше ауылдағы бөтә уңайлыҡтары булған йортҡа күсерергә теләй. 14 йыл изоляция, ә һеҙ ике ай ултыра алмайһығыҙ:)
Башҡортостаным-яңылыҡтар.
Читайте нас: