Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 16:50

Хәтер стелаһы ҡуйыла

Өфөлә һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға һәм тыл эшсәндәренә хәтер стелаһы ҡуйыла.

Өфөлә һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға һәм тыл эшсәндәренә хәтер стелаһы ҡуйыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзында белдереүҙәренсә, уны баш ҡаланың Киров районындағы Пушкин урамына урынлаштырырға хәл ителде. Ошо көндәрҙә бында Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы башланғысы менән «Еңеү сирене» акцияһы уҙҙы — сирень ҡыуаҡтары ултыртылды. Ҡыуаҡтарҙың сорты осраҡлы һайланмаған – ул летчик, Советтар Союзы Геройы Валентина Гризодубованың исеме менән аталған. Был сәскәләр май, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү, көтөп алынған тыныслыҡ менән ассоциация тыуҙыра.
«Ошо аллеяның ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында иҫкә төшөрөп тороуын теләйбеҙ. Тәү сиратта 1942 йылдың майында үҙ теләге менән Сталинград фронтына, һуғыштың ҡыҙыу барған урынына киткән «ҡыҙҙар» эшелонын хәтергә алайыҡ», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Һуғыш – ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, ләкин ҡатын-ҡыҙҙар фронтта ла, тылда ла еңеүгә тос өлөш индергән. Тиҙҙән аллея төҙөкләндерелә һәм унда һуғышта ҡатнашҡандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығы онотолмаһын өсөн хәтер стелаһы ҡуйыла.
Акцияны Өфө ҡалаһы хакимиәте, баш ҡаланың Киров районы хакимиәте хупланы. Сирень ҡыуаҡтарын ултыртыу эше «Лимонарий» уҡыу-тәжрибә хужалығы директоры Фәриҙә Садиҡова етәкселегендә ойошторолдо. Акцияла Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы һәм идараһы ағзалары ҡатнашты, тип билдәләнеләр ойошмала.
http://www.bashinform.ru/news/1455878-v-ufe-ustanovyat-pamyatnuyu-stelu-zhenshchinam-uchastnitsam-voyny-i-truzhenitsam-tyla/
Читайте нас в