Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 16:00

Ирең йәки ҡатының хыянат иткәнен нисек белергә?

Иртәме, һуңмы, хәләл ефетенең тоғролоғо тураһында һәр кем уйлана башлай. Был тәбиғи. Һәр ғаиләлә көрсөк булып алғылай, шулай булырға тейештер ҙә.

Иртәме, һуңмы, хәләл ефетенең тоғролоғо тураһында һәр кем уйлана башлай. Был тәбиғи. Һәр ғаиләлә көрсөк булып алғылай, шулай булырға тейештер ҙә.Шундай мәлдәрҙә үҙ-ара ғәйепләүҙәр йыш күҙәтелә лә инде. Хыянаттың сәбәбен ире - ҡатынында, ҡатыны ирендә күрә. Әгәр ҙә уның мөнәсәбәте һалҡыная, ул ситкәрәк тайпылған һымаҡ була икән, был һеҙгә оҡшамай, әлбиттә. Шунан һеҙ ҙә йыуанысты, йылы һүҙҙе икенсе бер кешелә эҙләй башлайһығыҙ.“Хыянаттың сәбәбен япһарһалар, ниндәй дәғүә килтерергә маташһалар ҙа, ышанмағыҙ – тимәк, яуаплылыҡты һеҙгә ауҙарырға маташалар”, – ти ғаилә психологтары.Тап ошондай ир йәки ҡатын хыянат итеүсән, был ҡылығында “яуаплы” кешене тапҡас, ул әлеге ғәҙәтен тағы ла тәүәккәллерәк дауам итәсәк. Ундай кеше өйҙә өҫ-башын бик күҙәтмәй, ә ҡайҙалыр барырға йыйынғанда, киреһенсә, ентекләп биҙәнә-төҙәнә. Был – шик уятырға һәләтле билдә.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: