Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 15:30

Студенттар ауырый

Башҡорт дәүләт университеты ятағында бер нисә студент коронавирус менән ауырып киткән.

Башҡорт дәүләт университеты ятағында бер нисә студент коронавирус менән ауырып киткән. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итте.
Студенттар дауаханаға оҙатылған. Уларҙа ауырыу еңел формала, билдәләрһеҙ үтә. Сирлеләр менән бәйләнешкә ингәндәрҙе изоляторға урынлаштырғандар. Ятаҡта дезинфекция үткәрелгән.
Әлеге ваҡытта республика колледждары һәм вуздары ятаҡтарында бөтәһе 5 163 кеше йәшәй, уларҙың 2 493-ө — сит ил студенттары, 191 студент — Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән. Май уртаһында Өфө юғары уҡыу йорттарының ятаҡта йәшәгән 300-ләгән студенты коронавирус хәүефе янауы сәбәпле өйҙәренә ҡайтып китте.
http://www.bashinform.ru/news/1455564-v-ufe-gospitalizirovany-studenty-bashgu-u-nikh-podtverzhden-covid-19/
Читайте нас: