Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 15:50

Урама

Гөлгөнә Байзигитованан урама рецебы. телеңде йоторлоҡ килеп сыға!Ҡамыры :3 йомортҡа3 аш ҡалағы һөт1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомосәй ҡалағы осонда тоҙсемтем генә сода2 стакан он.

Ҡамыры :3 йомортҡа3 аш ҡалағы һөт1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомосәй ҡалағы осонда тоҙсемтем генә сода2 стакан он.Рецепты өс йомортҡаға өс аш ҡалағы һөт, аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бөтәһен дә бергә болғап, әҙләп кенә семтеп сода ҡушылған ондо һала - һала һалмаға баҫҡан кеүек ҡамыр баҫырға. 15 - 20 минутҡа ҡамырҙы ял иттереп ҡуйырға ла, һалмаға йәйгән кеүек йәйеп,( тик саҡ ҡына ҡалыныраҡ), 4-5 см яҫылыҡтағы һәм 25 см оҙонлоҡтағы таҫмаларға киҫеп сығырға. Ҡыҙыу майҙа берәмләп бешерергә, бешерер алдынан ағас таякка уратып алырға ла майҙа бешерергә, бешергән ваҡытта яйлап өйрөлтөп торорға, урама ҡапыл ҡабарып бешә башлай, йәймә асылып китмәһен өсөн икенсе ҡулда (һул ҡулда) ағас лопатка менән тота биреп торорға, ураманың ике яғын да әйләндереп бешереп алырға, майы һаҡһын өсөн ҡағыҙ салфеткаларға һалып барырға. Табынға биргәндә шәкәр пудраһы һибергә. Был ҡамыр күләменән 16 урама килеп сыға.
Гөлгөнә Байзигитова
Читайте нас: