Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 17:25

Ҡыҙ бала етем ҡалды...

Кисә Баймаҡ районында үлемесле авария теркәлде. Асыҡланыуынса, Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының бишенсе километрында “Хендай Крета” һәм “Шевроле Равон” автомобилдәре бәрелешкән.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһында 27 йәшлек водитель ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Уның пассажиры – бәләкәс ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Кисә Баймаҡ районында үлемесле авария теркәлде. Асыҡланыуынса, Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының бишенсе километрында “Хендай Крета” һәм “Шевроле Равон” автомобилдәре бәрелешкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһында 27 йәшлек водитель ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Уның пассажиры – бәләкәс ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ҡатын “Хендай” автомобилен йөрөткән тигән хәбәр яңылыш булған: был автомобилгә 45 йәшлек Баймаҡ ҡалаһы кешеһе идара иткән.
“Шевроле Равон”да һәләк булған йәш ҡатындың дүрт йәшлек ҡыҙын дауаханаға оҙатҡандар. Мәғлүм булыуынса, баланы махсус креслоға беркетеп ҡуйылыуы ҡотҡарған.
Икенсе водитель дә дауаханаға оҙатылған. Төбәктең ЮХХДИ идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был ир быға тиклем автомобилгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.
Фото республиканың ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: