Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 17:35

Йәндәре юҡтыр...

Яңыраҡ Кушнаренко районында әшнәләренә ҡаты яза ойошторған ике ауылдашты хөкөм иттеләр.

Яңыраҡ Кушнаренко районында әшнәләренә ҡаты яза ойошторған ике ауылдашты хөкөм иттеләр.
Был енәйәт 2018 йылдың авгусында ҡылына. Ике иптәш бер ирҙе эсергә саҡыра. Ҡыҙмаса булып алғас, әшнәләрҙең береһе тегегә “апайымды йәберләгәнһең” тип бәйләнә, улар бәхәскә инеп, һуғышып китә. Бәхәсте башлаған ир өсөнсө шешәләшен типкесләй, көрәк менән туҡмай. Етмәһә, уға ярҙамға иптәше килә.
Бының менән туҡтамай улар: "йәберләүсенең” бер аяғын – ағасҡа, икенсеһен автомобилгә бәйләп, рулгә ултырып ҡуҙғалалар. Шулай итеп, улар меҫкенкәйҙе ҡырсынташ юлдан 1,5 километр һөйрәтеп алып барып, соҡорға ташлап китә.
Был енәйәт өсөн суд ирҙәрҙең береһен – 15, икенсеһен 13 йылға иркенән мәхрүм итте, улар был ваҡытты ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: