Яйыҡ
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 19:00

«Айғыр» популяр туристик поезы ял көндәрендә йөрөй.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Өфө — Белорет һәм Белорет — Өфө йүнәлеше буйынса поездар хәрәкәтен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был миҙгелдә беренсе рейс шәмбе, 30 майҙа, ҡуҙғала.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Өфө — Белорет һәм Белорет — Өфө йүнәлеше буйынса поездар хәрәкәтен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был миҙгелдә беренсе рейс шәмбе, 30 майҙа, ҡуҙғала.
«Айғыр» популяр туристик поезы ял көндәрендә йөрөй. Өфө станцияһынан урындағы ваҡыт менән иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғалһа, Айғыр станцияһына — иртәнге 11 тула 35 минутҡа, Белоретҡа көндөҙгө 1-се 2 минутҡа килеп етә. Ҡала яны поезына билеттарҙы поезда, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы кассаларында, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдарында, шулай уҡ «Ҡала яны» һәм «Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға» мобиль ҡушымталары ярҙамында һатып алырға мөмкин.
Поезд Уң Ағиҙел, Дим, Өршәк, Ҡарлыман, Асы, Инйәр, Айғыр, Йүшә, Оло Йылға, Сермән, Белорет станцияларында туҡталыш яһай. Айғыр станцияһына поезд иртәнге 11 тула 33 минутҡа килеп етә, туҡтау ваҡыты — 6 минут. Кире йүнәлештә Белорет станцияһынан — көндөҙгө сәғәт 4 тула 1 минутта, Айғыр станцияһынан киске 6-сы 21 минутта ҡуҙғала һәм киске 10-сы 19 минутта Өфөлә була. Урындағы ваҡыт буйынса, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан.
http://www.bashinform.ru/news/1455918-v-bashkirii-populyarnyy-turisticheskiy-poezd-aygir-vozobnovlyaet-dvizhenie-po-vykhodnym-dnyam/
Читайте нас в