Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 12:35

Егет 14 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә

Өфөлә йәшәгән 18 йәшлек егет 14 йәшлек ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә ингәне өсөн енәйәт язаһына тарттырылырға мөмкин. Һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙының енси мөнәсәбәткә инеүе хаҡында белгәс, әсә кеше ҡәбәхәткә ҡарата ғариза яҙа.

Әсә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә 25 майҙа төндә мөрәжәғәт итә. Уның белдереүенсә, ике көн алда таныш йәш егет уның ҡыҙы менән енси мөнәсәбәткә инә.
Полиция ғаризаны алып ҡала һәм ғәйеплене эҙләй, әммә таба алмай. Был хәл айҡанлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: