Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 17:30

“Китегеҙ бынан, хәҙер аяҡтарығыҙға атам!”

Әбйәлилдә – күлдәр илендә – һыу инергә теләгәндәр ҙә, балыҡсылар ҙа күп. Ошо көндәрҙә Ташбулат ауылы янындағы Ҡарабалыҡлы күлендәге ыҙғыш та ошо сәбәпле килеп сыға.

Әбйәлилдә – күлдәр илендә – һыу инергә теләгәндәр ҙә, балыҡсылар ҙа күп. Ошо көндәрҙә Ташбулат ауылы янындағы Ҡарабалыҡлы күлендәге ыҙғыш та ошо сәбәпле килеп сыға.
Һыу инергә килгән үҫмерҙәр менән күлде ҡуртымға алған эшҡыуарҙың хеҙмәткәре араһында ғауға сыға. Ауыл халҡы белдереүенсә, йәштәр ҡарауылсының ҡаты ҡулына эләгә. “Китегеҙ бынан, хәҙер аяҡтарығыҙға атам!” - тип ҡысҡырып, ул үҫмерҙәрҙе һыу эргәһенә ебәрмәй. Үҙе шунда уҡ һауаға атып та өлгөрә.
Ваҡиғаның барышын үҫмерҙәрҙең береһе видеоға төшөрә һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙа.
Был хәл буйынса әле тикшереү эштәре бара. Әйткәндәй, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы ла килеп тыуған ваҡиғаға асыҡлыҡ индереп, үҙ сәхифәһендә фекерен белдерҙе.
Фото Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: