Мазовтарҙың ғәйеп булыуына ете ай ҙа үтеп китте. 38 йәшлек Артем Мазов ҡатыны менән әрләшкәндән һуң биш һәм һигеҙ йәшлек улдарын алып сығып китә лә, улар һыуға батҡан кеүек юҡ була. Был хәл октябрь аҙағында уҡ булғайны.
Һыуға батҡан тигәндән, был – төп версияларҙың береһе. Ни өсөн тигәндә, Өфө ҡалаһынан йыраҡ түгел урында Ҡариҙел йылғаһы янында тәүҙә уларҙың автомобиле табыла. Аҙаҡ яр буйынан өрөп тултырылмалы резина матрас та килеп сыға. Балаларҙың әсәһе Эльмира ул матрастың үҙҙәренеке икәнен таный. Шул ваҡыттан алып йылғаға боҙ ятҡансы водолаздар ғаиләне һыу аҫтынан эҙләне. Тик был бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә килтермәне. Шуға күрә, бәлки, улар иҫәндер, йәшенеп яталарҙыр тигән фараз да барлыҡҡа килде.
Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, белгестәр оҙаҡламай Мазовтарҙы йәнә һыу төбөнән эҙләүҙе дауам итәсәк. Улар һыуҙың кимәле кәмеүен көтә. Был турала “Уфа1” баҫмаһына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы федераль округындағы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядындағы водолаздар хеҙмәте начальнигы Александр Чачин һөйләгән.
"Ике-өс аҙнанан һыуҙың кимәле кәмергә тейеш. Әлеге уларҙы эҙләп булмай", – тигән ул.
Шул уҡ ваҡытта йылға ярҙары буйлап эҙләү башланған да.
"Катерҙар көн аша йөрөй. Яр буйҙары ҡарала, һыу өҫтөнән эҙләйҙәр. Гидрологтар ҡорамалдар менән үткән. Миңә шылтыраттылар. Әлегә бер нәмә лә юҡ", – тигән белгес.
Нисек кенә булмаһын, Артем менән малайҙарҙы иҫән килеш табыу өмөтө һаман бар. Бәлки, мөғжизә булып, улар ысынлап та ошоға тиклем йәшенеп яталыр? Шулай ғына булһын ине лә бит...