Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 12:30

Сүпрәһе генә әсемәгән

Әлегеһенең киреһе булғанғалыр, ишетеү менән был ваҡиғаны ла хәтеремә һеңдерҙем....Ирәндек тарафтарындамы, ике йәш ғашиҡтың араһынан ҡара бесәй уҙа: ҡыҙ егетен ҡыуып ебәрә, башҡаны табасағы менән янай. Елһәреп-дөмһәреп ҡайта төн уртаһында мәжнүн тау ашаһындағы ауылына. Юлда уҡ тәүәккәлләргә уйлаптыр, йоҡлап ятҡан барса туғандарын аяҡландыра һәм күндерә: кәләш әйттерергә һыпыртабыҙ. Хәҙер үк!

Сүпрәһе генә әсемәгәнӘлегеһенең киреһе булғанғалыр, ишетеү менән был ваҡиғаны ла хәтеремә һеңдерҙем....Ирәндек тарафтарындамы, ике йәш ғашиҡтың араһынан ҡара бесәй уҙа: ҡыҙ егетен ҡыуып ебәрә, башҡаны табасағы менән янай. Елһәреп-дөмһәреп ҡайта төн уртаһында мәжнүн тау ашаһындағы ауылына. Юлда уҡ тәүәккәлләргә уйлаптыр, йоҡлап ятҡан барса туғандарын аяҡландыра һәм күндерә: кәләш әйттерергә һыпыртабыҙ. Хәҙер үк!Егет яғыныҡылар иртәнге һауындан да алда, таң һарыһы менән, килеп тә керә кәрәкле ауылға. Аңлаталар: юл өҙөлмәҫборон килдек әле бына... Ҡыҙҙың әсәһе буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағый­ҙарының йомошон тиҙ төшөнә, бары тик:— Атаҡ-атаҡ, сүпрәм әсемәгән дәһә, — тип кенә яуаплай ҙа он иләгенә йәбешә. Тауышынан иһә аптыраш үә тартыныу ҡатыш һөйөнөс, иң мөһиме, ризалыҡ сағыла.Эй, башҡорттоң зирәк аҡылы, кинәйәле теле! “Сүпрәм...” тигән һүҙбәйләнеш хәҙер йәтеш кенә лаҡап һымаҡ яңғырай кәләштең ауылында. Ә теге пар һәләк матур донъя көтә, тиҙәр.
Көлгән булабыҙ, йә...
Алабейә битләүендә мәж килеп уйнап йөрөйбөҙ. Эргәләге һуҡмаҡтан еңелсә кейенгән бер әбей уҙып бара, артынса сибек кенә ҡыҙыҡай юрғалай.Алыҫта, тау-урмандар ашаһында, бәләкәйерәк ауыл бар, тиҙәр, шундалыр тотҡан юлдары.Әбейебеҙ бер заман туҡталды, артҡа боролдо, һаубуллашып, төйөнсөкһөҙ ҡулын иҙәне, ә ҡабаҡ башындағы иң ситке өй тупһаһында икенсе бер әбей – ҡасандыр беҙҙең ауылға килен булып төшкәне – башынан яулығын сисеп болғаны ла бәғер телерҙәй тауышы менән ниҙер һөрәнләп маташты. Быныһы иламһырап торҙо ла йән әрнеүе менән әһәүләп ебәрҙе. Торналар китәме ни – әһәүләү тауҙан тауға шаңҡыны.Беҙ, уйһыҙ малайҙар, көлөшкән булабыҙ...Әгәр юлаусы әбейҙең, тиҙҙән ахирәткә китермен инде, бәхил бул, тигәнерәк ҡиәфәттә әлеге ҡарындашы менән мәңгегә хушлашыуын белһәк, валлаһи, хихылдашмаҫ инек. Хәйер, бала саҡҡа ни үпкә?Йылдар уҙғас, өләсәйе менән йәнәш атлаған сибек ҡыҙыҡайҙы – хәҙер инде олпат ҡатынды осратҡан һайын әллә ҡасанғы аһәң ҡолаҡҡа салынғандай.Баҙарға барһаң...Эштән ҡайтышлай йыш ҡына бәләкәйерәк баҙар аша һуҡтырам – турараҡ, ҡыҙығыраҡ. Шунда бер мәл шаҡы-шоҡо менән сауҙа иткән элекке һабаҡташты осраттым. Тапҡан кәсеп! Кем бит әле?..Күрештек, һөйләштек. Уңайһыҙ­ландымы, икенсе юлы күрәйем әле үҙен тиһәм, баҙарҙың аулағыраҡ мөйөшөнә күсеп ултырғайны. Өсөн­сөгә иһә күрше баҙарҙа тап иттем, инде эргәһенә үҙем барманым. Эйе, ханым заманында дәртле генә йә­мәғәт эшмәкәре, һәйбәт мөғәллимә ине...Уҡытыусы... Һатыусы... Бер эштең дә насары юҡ, оялма, һине һөнәреңде алмаштырырға мәжбүр иткән заман үҙе оялһын тиһәм, килешер микән? Тик ул баҙарға ниңәлер аяғым тартмай.Ваҡытһыҙ яусылауБорон, ғәҙәттә, яусыны көтөү түгел, хатта килерен дә алдан белмәгәндәр. Хәҙер иһә ҡыҙ менән егет үҙҙәре табыша, килешә, никах-маҙарҙы ла үҙҙәре билдәләй.Был юлы ла шулай була.Ҡыҙ ата-әсәһен иҫкәртә,бешеренә-төшөрөнә башлайҙар. Билдәләнгән көндө ҡыҙҙың әсәһе таңдан уҡ өтәләнә: шулайтайыҡ, былайтайыҡ... Атай кеше иһәсабыр:— Әйттерергә, ғәҙәттә, кис килә­ләр, ҡабаланма —өлгөрәбеҙ, – ти.Быны ишетеп торған ҡыҙ ҙа иркенләп тын ала, кисә үк ҡунаҡҡа саҡырған әхирәтен тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтмаҡсы була. Китә һәм донъяһын онота...Ҡояш һалыулағас, ауыл осондағы йылға аръяғына “Жигули” килеп туҡтай.— Килен йортона юл саңын ҡағып-һуғып барайыҡ, — тип туҡтаттырған икән егеттең әсәһе маши­наны.Һыу буйына төшһәләр, ни күрә­ләр: арғы ярҙа унлап йәш-елкенсәк табын ҡорған. Кем бейей, кем йырлай тигәндәй. Өс-дүрт ҡыҙ, нимәнелер бүлешә алмағандай, ҡырсында тас та тос һуғышып йөрөй.— Атаҡ-атаҡ, берәүһе беҙҙең килен түгелме һуң?! — ти бот сабып еңгә кеше.Бер аҙ торғас, егеттең ағаһы төңөлгән ҡиәфәттә:— Машина аръяҡҡа сыға алмаҫ һымаҡ, нисек уйлайһың? Балаҡты күтәрәм... — тигәс, ҡустыһы ҡәтғи генә әйтеп һала:— Юлдары алама, күпер ҙә юҡ икән — боролабыҙ!Бәғзе саҡ юлға һылтана торған ғәҙәте бар шул әҙәм балаһының. Төп-төҙөк юл да кеше яҙмышын бороп ебәрергә һәләтле.
Сабир ШӘРИПОВ
Читайте нас: