Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 16:05

Сейәнән бәлеш

Он – 2,5 стаканКефир – 250 миллилитрЙомортҡа – ике данаШәкәр – 160 грамм (күберәк булһа ла ярай)Тоҙ – бер сәй ҡалағыСода – 1,5 сәй ҡалағыСейә – 1,5 стаканКөнбағыш майы өс сәй ҡалағы кәрәк.

Уның өсөн беҙгә:Он – 2,5 стаканКефир – 250 миллилитрЙомортҡа – ике данаШәкәр – 160 грамм (күберәк булһа ла ярай)Тоҙ – бер сәй ҡалағыСода – 1,5 сәй ҡалағыСейә – 1,5 стаканКөнбағыш майы өс сәй ҡалағы кәрәк.Башта бешереү өсөн форманы әҙерләйбеҙ. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып, формаға майҙы ҡоябыҙ, ул ҡайнап сығырға тейеш. Шулай итһәк, форманан бәлеште ҡуптарып алыуы еңелерәк була.Форма йылығансы ҡамыр менән булышабыҙ. Айырым һауытта йомортҡаны, шәкәрҙе, тоҙҙо, кефирҙы төйөрө бөткәнсе туғыйбыҙ. Шунан он менән сода өҫтәп тағы ла бутайбыҙ.Мейестән эҫе форманы сығарып, ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә сейә һалабыҙ, артабан ҡалған ҡамырҙы өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа 30 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.Бына инде бәлешбеҙ әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын.
Автор: Рисәлә Йомағолова
Читайте нас: