Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 19:20

Сей яра

-Һинеке ,бәпкә көтөп ултыра,күрҙеңме,- биленә төрткәнгә саҡ һикереп китмәне Йәзилә. Ауылдағы магазинға килһәң, күңел яраңа тоҙ һалмаған ауылдашыңды осратмаһаң,русса әйткәндәй,день не удался, ызначит.Үҙе лә күреп тора,Илһамының,нисек йәшәгәнен. Барыһын да сабыр ғына ҡабул итте лә бит. Кеше телен генә тыйып булмай.-Бер ауыҙҙан сыҡҡан хәбәр, ун ауылға таралыр,- тиҙәр...Барыһы ла матур башланды,кешесә....Совет осоро,туҡһанынсы йылдар,мәктәпте бөтөү менән,йәш-елкенсәктең яртыһы ауылда ҡала,яртыһы ҡалаға китә ине. Училищелар буш, бүлмә тейешле.Ни әйтһәңдә, беҙҙең быуынға,ул яҡтан отошло булды хөкүмәт ҡурсалауы.

-Һинеке ,бәпкә көтөп ултыра,күрҙеңме,- биленә төрткәнгә саҡ һикереп китмәне Йәзилә. Ауылдағы магазинға килһәң, күңел яраңа тоҙ һалмаған ауылдашыңды осратмаһаң,русса әйткәндәй,день не удался, ызначит.Үҙе лә күреп тора,Илһамының,нисек йәшәгәнен. Барыһын да сабыр ғына ҡабул итте лә бит. Кеше телен генә тыйып булмай.-Бер ауыҙҙан сыҡҡан хәбәр, ун ауылға таралыр,- тиҙәр...Барыһы ла матур башланды,кешесә....Совет осоро,туҡһанынсы йылдар,мәктәпте бөтөү менән,йәш-елкенсәктең яртыһы ауылда ҡала,яртыһы ҡалаға китә ине. Училищелар буш, бүлмә тейешле.Ни әйтһәңдә, беҙҙең быуынға,ул яҡтан отошло булды хөкүмәт ҡурсалауы...Йәзилә менән Илһам,паралель синыфта уҡынылар.Икеһе лә уттай, һәммә концерттарҙа ҡатнашалар. Йырлайҙар,бейейҙәр.Ике йәш йөрәктең,йәшлек хистәре лә бәлки ошо минуттарҙа тыуғандыр.Үлеп яратып,күрше Фатима апай әйтмешләй,кейәүгә сыҡманы ул.Иң яҡын кешеһе ине Илһам,дуҫы,ышаныслы,матур егет. Шашып яратыуҙы аңламай ине,әлегә тиклем,бары тик һуңланы ғына.Ә,бына Илһам,осоп йөрөп,артынан йөрөнө.Исеме менән өндәшмәне тейерлек.Тик,бәләкәсем.бәпесем генә.Ҡәйнәһе лә,яҡшы кеше булды. Аш-һыу серҙәрен, тәүләп өйрәтеүсе ул,мәрхүмкәйем.Көнләшеберәк,хатта әйтеп ҡуя ине,әсәһенең бәпесе ул-килен тип.Беҙгә йәштәргә нимә,ҡыҙыҡ,күҙ ҡыҫабыҙҙа,онотабыҙ.Тик күрәһең, бер яҡтан ғына, йылы һүҙҙәр,ихлас һөйөү,ғаилә карабын ҡаҡшатты шикелле....Аттестат алыу менән,икенсе көнөнә үк,Йәзилә,мәктәпкә пионервожатый булып урынлашты.Директор,Марат ағай,ҡыштан уҡ әйтеп ҡуйған ине. -Үҙебеҙҙә,ҡалаһың,смотри ҡыҙыҡай!-.Уҡыусы роленән,мәктәп хеҙмәткәре булды ла китте.Илһам да аптырап торманы,йәйгеһен комбайн ярҙамсыһы булһа,көҙ көнө водительгә уҡып,эшкә лә сыҡты.Шулай, матур ғына дуҫлашып йөрөп,Илһамды әрме хеҙмәтенән көтөп,өйләнешеп тә ҡуйҙылар..Ике улдары тыуҙы.Ҙуры,Айҙары,Себергә йөрөп эшләй,кинйәһе,Эльмир, әрме хеҙмәтендә. Тәртипле балалары,ул яғынан, әсәй булараҡ,тыныс...Тик,яңғыҙлыҡ ҡына өтә күңелде.Юҡһына,ирен...Кешегә һыр бирмәй,күрһәтмәй генә,йәшәргә тырыша. Ер-һыу ҡапларлыҡ,күҙ йәштәрен,хоҙай үҙе генә күрә...Үҙе генә,белә...-.Һин,Йәзилә,ҡатыраҡ иреңә,-...Әхирәте,Гөлназ ,килгән һайын бышылдай.Үҙенә килгәндә,ҡаты ла кеүек түгел. Өҫтө -башы таҙа иренең,етеш тормош,барыһы ла йыйнаҡ.Ауыл концерттарында ,элеккесә ҡатнашмаһаларҙа,ҡунаҡтарға,матур итеп йөрөйҙәр.Икеһе,ҡушылып йырлап та ебәрәләр,етмәһә.Ни тиһәң дә, тыныс ҡына,егерме дүрт йыл тормош көттөләр.Эсеүгә,ире,әүәҫ түгел..Илһам,элеккесә,водитель булып эшләй.Иртән китә,кис ҡайта.Йәзилә,өйҙә. Ун йылдан артыҡ,социаль хеҙмәткәр булып эшләй ауылда. Ике ҡарт әбейҙе,тәрбиәләй,ҡарай...Талғын ғына янған утты ла,ҡыҙыулатып ебәрергә кәрәк икән....Дуҫы,Гөлназдың,ишараһы,тап өҫтөнә баҫты.Һуңғы ике йылда, Илһамы күңел төшөнкөлөгенә бирелде.Һорай башлаһаң сәбәптәрен,башыңды ватма, барыһы ла яҡшы.Яҡшы тик,яҡшы,артығын төпсөнмәне шул.Ә,кәрәк булған!......Эштән һуң,арыуыҡҡа,һуңлап ҡайта башланы ире. Һорай башлаһаң,-Эш күп, тотҡарлыҡтар.- бына һиңә яуап.Ҡайтһа,элеккесә,аш-һыу бүлмәһенә йүгермәй.Ҡоро-һары ҡапҡылайҙа, урам эшенә сума. Бәләкәсем, һүҙен дә,йыш әйтмәй. Ҡатыланды.Аны-быны уйлағансы, хәбәр ҙә еткерҙеләр.Йәшен һуҡҡан тип әйтергә, һуҡҡаны юҡ.Ер ишерелде тиһәм,күргәнем юҡ.Ә,бына,ниндәйҙер,бөтөнлөк,бәхет,тыныслыҡ,бер минутта юғалды тиһәм дөрөҫ булыр.Ире йә булмаһа ҡатынының хыянатын, ишетеп-белеп,үткәреп,әрнеүҙәр үткәргән кеше генә аңлар. Ситтән күҙәтеүе еңел.......Ана,бөгөн дә бит, төрттөрәләр, бәпкә көтә имеш.. Уйлап ҡараһаң,әгәрҙә һин йомшаҡ һәм кешелекле кеше икән.Бындай һүҙҙәр әйтмәйһеңдер,кеше хаҡын уйлау бар бит. -Аша һөйләшмә ,бер ҡайсан,- тип өйрәтә ине өләсәйем.Балаңдың-балаһы,хоҙай ҡушмаһын,һин атлаған ситекте кейергә мөмкин. Тормош тәжрибәһенән,сығып һөйләгәндер,бахырҡайым..Әлбиттә,әйтеп тормайһың бындай уйҙарҙы,махы бирмәй,шым ғына үҙ кисерештәреңдә ҡалаһың....Туғандары,әсәһе лә шым йөрөгәндәр бит әле.Бәлки,ышанмағандарҙыр.. Кем белә?...Илһам,һәр ваҡыт,ышаныслы иптәш,тоғро дуҫ булды,яҡшы кейәү,һәммәһенә.Ә,шулайҙа...- Ирең йөрөй,ҡараштыр.Күҙ-ҡолаҡ бул,- тигән һүҙҙәр күбәйгәс,һөйләштеләр...Үлеп,терелде,Йәзилә!..Ҡолағында, һаман сыңлай Илһамының,-Яратманың,һин мине,Йәзилә.Үҙемде,ысын бәхетле ир итеп тойманым.Башҡа ҡатын,яҡын шикелле ,-тине.Ғәфү,ит мине,мин алйот...Алдап йәшәй алмайым,күсенәм Эльвираға.-.....Эх,.кире ҡайтарып булһа икән,ошо һүҙҙәргә тиклем йәшәлгән осорҙо. Ниндәй яҡшы ир, атай,ҡулдарының оҫта,ә үҙенең яғымлы икәнен әйтеп торор ине лә бит. -Һөйҙөргән дә тел,көйҙөргән дә тел,- тиҙәр.Ниндәй генә аҡыллы булһа ла,Илһамы, йылы һүҙгә әүрәне.Яуланы,көндәше Эльвира,иренең күңелен...Кейемдәрен,инструменттарын ғына алып сығып китте .Балалары ауыр кисерҙе... Йылға яҡын,аралашманылар. Тик,аталары,ашҡаҙан язваһы менән дауаханаға эләккәс,һөйләшеп киттеләр.Алмашлап йөрөнөләр эргәһенә.Эльвира ҡайтһа,балалар бара,балалар ҡайтһа,Йәзилә.Һуңлап булһа ла,өҙөлөп һағына ул ,Илһамын.Әле,иллегә лә кермәгән ҡатын,ә күңел - ауыр багажлы.Тиҙ ҡартайҙы....Эльвираны яратҡаны,һиҙелеп тора,Илһамының.Иртән,көтөүөн ҡыуыша.Бер бөртөк кенә ҡыҙы бар,көндәшенең.Ялға ҡайтҡанда,Өфөгә алып барып ҡуя,алып ҡайта. Урамдан уҙғанда,матур пар булып уҙып китәләр. Тормош дауам итә,...йәмһеҙләшеп,талашып йөрөмәне Йәзилә.Илһамы ла, ташламаны. Шым ғына,газ,светҡа түләп китһенме.Көтөү сираты етһә,балалар бушамаһа,өйөнә ебәрер ине,кеше табып. Тик күңелендәге һағышты ғына ҡыуа алманы,бәләкәсенең....Йырағайған һайын аралар,төҙәлмәҫтер инде яралар.....Үкендерә...Ҡыйын...
..... Беҙҙең һөйөү, шундай сей яра... Әллә нишләп, ошо шиғыр һүҙҙәре минең өсөн генә яҙылған кеүек... Өс йыл үтте, ләкин барыбер күңел яраһы һыҡрай. Бешмәгән холоҡло ла түгел бит әле. Башҡаларға, һүҙ ярҙамы тейеп тора. Тик... Көслө ҡатындар ҙа, мөхәббәт сиренән азат түгел шул.... Йәзилә, үҙе менән шулай серләшергә өйрәнде хәҙер. Аллаға шөкөр, улдары, яңғыҙын ҡалдырмай. Айҙары һаман шул Себер яғында. Тырышып, аҡса йыйнап бер бүлмәле фатир алды Өфөнән. Черниковка биҫтәһе тейме? Осһоҙораҡ икән.- Ярай, балаҡайым тип фатиха биреү ҡалды, - әсәй һүҙе шул. Ағаһы, үҙе янына эшкә күпме урынлаштырырға тырышһа ла, кинйәкәйе, Эльмиры барманы. Әрменән һуң, уҡыуы буйынса, китап нәшриәтендә ҡоролмалар менән эш итә. Иҫән генә йөрөһендәр балаҡайҙары.... Ошо өс йылда, байтаҡ ваҡиғалар үтмәй торманы. Илһамы, шәкәр сире менән яфалана. Тәүҙәрәк, йәшерергә тырышһа ла, ауыл бит, ишетелмәй ҡалманы. Вахтаһынан, ҡайтҡан арала, Айҙары йөрөтте атаһын больницаға. Аталарына ҡаршы һөйләү тигән нимә юҡ Йәзилә лә. Бала, нисә йәштә лә бала булып ҡала. - Һалҡын ҡанлы булыу мөһим, - тип иҫәпләй. Атай һүҙен, әлеге көнгәсә алға ҡуя. Ике оло кешенең хатаһына, улар яуап бирергә тейеш түгел. Әллә телевизор, гәзиттән уҡынымы, хәтерҙә ҡалған. Бер йәш кенә ир, ҡайғырып, әрнеп һөйләгәне. - Ғүмерем буйына, атайымдың яҡшы икәнен белеп йәшәгем килде. Тик айырылышыуҙан һуң, әсәй тигән яҡын кешем, киреһен тыҡый ине, - тип.Нисек кенә, үпкә булмаһын, ошо дөрөҫлөкте алға ҡуйҙы Йәзилә.... Балалар үҫкән, донъя етеш. Күңел үҙ урынына ултырҙы тигәндә... Яҙмыш тағы бер йылмайҙы...... Былтыр, илле йәшен матур итеп үткәреп ебәрҙеләр. Әсәһе һаман иҫән, аллаға шөкөр. Туғандар күп йыйылды. Еңгә тип, ғәҙәт буйынса бикәс-ҡәйнештәре лә ҡотлап сыҡты. Яңғыҙлыҡ һиҙелде барыбер. Улдары, эргәһендә өйөрөлеп кенә йөрөнөләр. Ҡыйбатлы, кер йыуғыс машинаһы бүләккә. Ә, инде гөлләммәләре, һушың китәрлек... Хәҙер йәштәр, бөтә нимәне белә. Ғәләмәт шәп итеп байрам уҙғарҙылар.... Иҫәкәйҙә, газ үтһә лә. Айына бер тапҡыр, баллондағыһын һатып йөрөйҙәр. Мал күп кешенең. Һәр береһенең аласыҡ - халыҡта. Шунда һөтөн айыртылар, бешеренәләр. Кәрәк тауар. Йәзилә лә, йәйгелеккә буш ҡалмай, алып ҡуя. Шишәмбе һайын йөрөй машина. Ун бер ауылды шулай ҡарайҙар. Ауылда, йәшәгәндәр аңлар. Икмәк машинаһы үттеме, пенсия таратһындармы? Ниндәй яңылыҡ бар, кеше урам буйына күҙ һала.... Себештәренә ем биреп, ашатып ҡына йөрөгәндә, сиренаһын һуҙҙы шофер. Запасы булһа ла, күрше Ильмира аҡса ҡалдырғас, йүгерҙе. Күршеләр менән татыу ғүмер итәләр, ул яғынан уңды. Теше менән яфалана, райцентрға киткән ине. Кеше байтаҡ булһа ла, тиҙ генә таралышып бөттөләр. Ҡыйыр-ҡыймаҫ, өндәшергә тура килде Йәзиләгә. - Ирем өйҙә юҡ бит әле, алып ҡына бармаҫһығыҙ микән. - Хәҙер, хәҙер, хозәюшка, - тиҙ арала килтереп тә ултыртты газовик урамына. Ошо өс йылда, ир-аттан ситләште ул нишләптер.Һөйләшеп алып китә алмай. Ҡыйынһына. Әле лә бит ана, саҡ-саҡ аҡсаһын һуҙҙы.-... Исемегеҙ нисек, һылыу, һорау бар ине - шофер тигәне һаман китмәй. Һорай ҡуйҙы. -Ниндәй йомош, - ситкәрәк китеп, солан алдындағы галуштарын йәпләп ултырта башланы.- Иртән, сәй ҙә эсеп өлгөрмәнем, ысталауай хаҡын түләйем, бына ике йөҙ һум аҡса, урап килгәнсе, сәй генә эсермәҫһегеҙ микән.- ҡулындағы аҡса менән торҙо ҡалды ... Була бит шундай кешеләр. Ҡаршы әйтеп булмай. Үҙенән-үҙе килеп сыға еңел аралашыу. Тиҙ генә сәйен ҡуйып,йомортҡа ҡурғансы, килеп тә керҙе ир кеше. Радик икән исеме. Таныштылар. Төшкөлөк аҙығын үҙе менән алып өлгөрмәгән. - Оят булһа ла, ҡаршы булмауығыҙҙы күҙегеҙҙән күреп, сәйләп ултырам, - тип йылмайып та ҡуйҙы. Донъя яңылыҡтарын әҙ-мәҙ һөйләштереп, көтөлмәгән ҡунаҡ ты оҙатты эшенә...... Бына һиңә! Радик сығып китеүе булды, әллә ниндәй бушлыҡ ҡалды. Сәғәт тыҡылдауы нығыраҡ ишетелгән кеүек. Әллә нимә, аптыраҡ. Кискелеген, яңғыҙ ашап та торманы. Күрше, Мәүлиҙә апай кереп “ревизия” эшләп сыҡты шулайҙа. Кем килде, нишләп килде? Үҙенән - үҙе алдаҡсы яуабы ла табылды. Йыраҡ ҡына апаһының, улы йәнәһе. Һирәк - һаяҡ хәл белешкеләй. Ышанды күршеһе. Яңғыҙ ҡатын эргәһенән, ел үтһә лә, нахаҡ һүҙ йәбешеп тора. Ул яғынан, Йәзилә тыныс. Яманаты сыҡманы. Үҙенә, улдарына һүҙ тейгеҙерлек эштәр ҡылманы. Ошо көнгәсә, сабыр ғына донъя алып барҙы.... Ауылда ҡалғанына һөйөнөп бөтә алмай. Бына бит, геүләп көтөү ҡайтты. Һыйырҙар һауылды, себештәр төнәүгә юллана. Киске һиллекте бигерәк яратам! Көн яҡтыһын ҡыуып, төнгө ҡараңғылыҡ хужалай. Ҡорманай тауының, әйтерһең итәгендә генә Ҡояш апайҙың сәңгелдәге. Һинең менән бер ваҡытта ята, иртән йөҙҙәреңдән иркәләп уята. Иҫәкәйҙең, Ҡояшы! Ил-Ергә тыныслыҡ, үҙҙәренә бәрәкәт теләп йоҡоға талды яңғыҙ ҡатын. Әлегә яңғыҙ. Оҙаҡламай тормошоноң башҡаса әйләнеүен башына ла килтермәй әүен баҙарына иҙрәне.... Кисәге яңылыҡтарҙан һуң, үҙе лә һиҙмәҫтән, киләһе айҙағы газ таратыу машинаһын көтә башланы. Таҙа булһа ла, селтәр - шаршауҙарын йыуып элде. Урам ҡапҡаһының, буяуы ҡубырсыған. - Эльмиры, - тимер ҡапҡа ҡуяйыҡ, әсәй, - тип күпме өгөтләне. Тик, аллы-гөллө фигуралы сәскәләрҙән торған ағас ҡапҡаһын йәлләй. Йыл да яңыртып буяп тора. Урамдарында, иң матур йорт хужалары, - тип һанала улар.- Бөгөн уҙырға тейеш!, - үҙ уйҙарынан оялып кире өйөнә инде ҡатын. - Ҡуй, килешмәҫ, нимә булды һиңә, йүгәнлә үҙеңде, - тип шелтәләй - шелтәләй, эшкә кереште. Кипкән ҡороттары күбәйгән. Самалап урынлаштырырға кәрәк.Үҙенә, бәпестәренә, күстәнәс кә. Ҡала ерендә, туғандары күп. Эш менән булаша ла бит, тик йөрәк тапҡырында әллә нимә? Һауа етмәй!... Белә ул, эштең нимәлә икәнен хәҙер. Ун биш минут ҡына күреп өлгөргән танышын юҡһына. Радикты!... Тәбиғәт ҡанундарын алдап булмай. Һәр бер кеше үҙ пары менән тыуа. Балалар үҙ урынында.Ҡаршы енестең һөйөүен тойоп, яратылып йәшәүҙең - үҙ урыны,үҙ ваҡыты... Өс йыл, тыныс ҡына аҡҡан тормошон «уятты» шикелле. Күңеле йырлай!..- Йәзилә, өйҙәме һин, мөмкинме, - таныш тауыш килеп инде. Ҡаушауҙан, ҡороттары һибелде иҙәнгә. - Әллә, ҡурҡыттым һине... Сәйеңде лә, үҙеңде лә күрге килеп тик торасы, әрләмәһәң, сәй эсеп алайыҡ, зефир яратам, - тип әйткәйнең теге юлы. Алдым бына. Радиктың тауышы йыраҡтан ишетелһә лә, эргәһен дә торғанын аңлай ул. Тик, оялыуын еңә алмай. Илһамының, ҡырыҫ ҡатын һин, - тигәне, мейеһен сүкей.... Ошо көндән башлап, килгән һайын төшкө ашҡа килеп йөрөнө Радиҡ. Ваҡ - төйәк эштәренә ярҙам итте. Күршеләре лә ышанды, туған тигәненә. Юрый, димләп, яңғыҙ ҡатын эҙләгән булды. Балаларынан ояла ул. Ни әйтерҙәр? Радиктың, етди һөйләшеүенән ҡурҡа. Йәйҙәр үтте. Бала-сағалар ауылдан ҡалаға таралышты. Йыл да шулай. Ауыл тыныс тормошҡа күсә яҙға тиклем.... Илһам менән Эльвира йәшәп яталар. Ҡыҙҙары ҡала ла. - Мал - тыуарҙарын бөтөргәндәр, - тигәйне Айҙары. Ҡайтҡан арала барып күреп китә атаһын. Эльмиры һирәгерәк. Ҡош-ҡорттары бар, тоталар. Былтыр туҙынып алды көндәше. - Минең йортҡа бер - нимәһеҙ килде, - тип. Бай бисә булып ҡалды йәнәһе Йәзилә. Һағыштан һуғарылған төн йоҡоларын, күҙ йәштәрен аңламай күрәһең. - Ярай, кеше күңеле ҡараңғы.- Туҙыныуының сәбәбе шул. Шәкәре бик юғары күтәрелгәс, Илһам үҙе әйтте шым ғына. - Өйҙө тулыһынса һиңә яҙҙырайыҡ, тиҙ арала, - тип. ЗАГСлы никах та ул ҡатыны менән. Нимәнән шулай тиҙләткәндер. Әллә ҡурҡты? Йәзиләгә ҡараңғы. Улдары буш итмәне, йөҙ илле мең аҡса бирҙеләр атаһына, ярҙам итеп. Белорет яғынан, бура һатып алып, төкәтмә төҙөй башланы Илһам. Нисектер, Эльвираны тынысландырып, аҡылға килтерҙе.... Көндәр уҙҙы шулай. Нисек кенә, малайҙары белмәһен тиһә лә. Радик үҙ ҡулына алды. Эльмирҙың, эш урынына барып, аңлашып ҡайтҡан. Оят, нимә генә һөйләгәндер инде... Бәрәңге сығарауға ҡайтты улдары. Эштәрен бөтөрөп, киске аш мәлендә, Радик килеп керҙе. Ҡасыр урын тапмай хитланды ғына ҡатын. Күп һөйләмәй, әммә тураһын әйтә торған холҡо бар Радиктың. Тураһын әйтте лә. - Әсәйегеҙҙе яратам, кейәүгә бирегеҙ, әле үҙенән ризалыҡ алманым, хуш итһә мине, бергә буласаҡбыҙ, - тип. Матур табын артында киске аш тамамланды. Ир-аттың һүҙе бөтәме. Урамда ҡайнаштылар. Шул хәтлем, үҙен бәхетле итеп тойҙо Йәзилә. Малайҙарына рәхмәтле. Һаман бер нимә һорашмайҙар.... Китер саҡтарында, һөйләштеләр. Айҙары, килеп ҡосаҡлап, мин риза әсәй, - тине. Яҡшы ағайға оҡшаған. Үҙеңде, һаҡла. Бәләкәсенә, әле егерме өс, бер уйлаһаң күп тә кеүек. Тик... Ҡыҫып - ҡыҫып, арҡаһынан һөйөп, үәт әсәй, даете, - тип сығып китте.... Аңлай ул, Радиктың, иң кәрәкле һүҙҙәр көткәнен. Яңғыҙлыҡтың һурпаһын һемергән кеше. Ҡыҙына, ете йәш саҡта ҡатыны үлгән. Кәләшенең, әсәһе менән алмаш - тилмәш ҡыҙ баланы үҫтергәндәр. Тәүҙә ҡыйынһындым, үгәй әсәй ҡулына тапшырырға. Аҙаҡ, яҙмышыма күндем тип һөйләне. Иҫәкәйҙән, ун алты километр ауылы. Матур ғына ыҡсым донъяһы бар. Райцентрҙа ҡыҙына фатир алышҡан. Иғтибарлы атай. Һоҡлана уға Йәзилә.... Кискә табан, сентябрь айынан башлап йылылыҡты эшләтеп ебәрә. Һалҡынай та барыбер. Һуңға хәтлем эшләмәһә, Радик килергә тейеш. Күңеленең бер яғы, бәхетле бул, ризалаш тиһә. Аҡыл яғы, балалар ҙур. - Берәү түгел, өсәү буласаҡ хәҙер, - тип тыҡый. Яҡшылап уйла. Яңылышма!, - Уйҙар, уйҙар....... Кеше ғүмере – бер семтем тей әсәһе.- Буйтым, күрҙең балам. Күңелем алдамаҫ, тағы бер талпынып ҡара. Ышанам мин, дуҫыңа, -тип өгөтләй. Аңлашыла инде, кем үҙенең балаһын яңғыҙ күргеһе килһен. Һағышлы итеп. Әле генә аңланы, ошо өс йылда, эгоист булған. Бер туҡтауһыҙ илау. Кәйефһеҙлек. Әле бит ул осоп йөрөй! Ҡанаттар үҫте мени! Улдары, ана нисек, шатланып, ризалыҡ биреп киттеләр.- Әсәй, ҡайғырма, атайҙы ташламайбыҙ. Һине яратабыҙ. Бәхетле бул, - тип. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы бар хәҙер, олоһоноң, яҙҙан уйлашырға булыр. Осо - ҡырыйы юҡ, уйҙарының........ - Йәзиләү, ни әйтерһең, сыҡ миңә! Мин бәхетле һинең менән! - ошо һүҙҙәрҙе көттө түгелме? - Мин бәхетле һинең менән, - ... Бына бит яҙмыш ниндәй. Кемгәлер ҡанат һин!... Кемгәлер, һүнгән ут...- Радик,.. Әү, матурым... Мин ...- Ҡуй, әйтмә, иртәгә әйтерһең, ҡурҡам. - Радиктың тауышы болоҡһоу ғына сыҡты. Аңлай ул, Йәзиләнең, һаман да асылып китмәүен. Түҙеп көтә. - Радик?.... Сеү, Йәзиләм, иртәгә. - Мин риза бит........ Үҙенең иғтибары һәм ихтирамы менән ҡаратты буласаҡ ҡатынын Радик. Ҡыйырһытылған күңелен әкренләп асты. Бәлки еңел дә булмағандыр. Ләкин, яратҡан кешең өсөн, нимә эшләмәҫһең. Сабырлыҡ төбө - һары алтын. Боронғолар яңылышмай.... Тиҙ арала никах уҡытып, йәшәп алып китте Радик менән Йәзилә. Яҙғыһын, Айҙарҙы өйләндерҙеләр. Радиҡтың ҡыҙын, һеңле урынына күреп, ҡабул иттеләр. Икеһе лә, ошо өс оло баланы берләштереп тора.... Йәзилә хаҡына күсеп килде Иҫәкәйгә ире. Ике йылдан һуң, пралук ерен һатып алды. Терәлеп кенә тора ине өйҙәренә. Үҙ исеменә яҙҙырып, өй һала башланы. - Ҡаршы булма миңә, ысын мәғәнәһендә ғаилә булайыҡ ,- тип, ЗАГСҡа барып яҙылыштылар. Бына шулай итеп, алла бирһә, ир донъяһына күсергә әҙерләнеп йөрөй Йәзилә. Төп йорт балаларға ҡалыр. Ейән-ейәнсәрҙәр тыуһа, бергә ҡайнашырбыҙ әле.... Төн ҡапланы ауыл өҫтөн... Йоҡо юрғанын япты. Кемдер тиҙ генә йоҡоға талыр... Ҡайһылыр йортта, әле генә тыуған сабый бәлки илап ебәрер... Ҡараңғы, шым төндәрҙең дә сере бар, үҙ тауышы. Эйе, яҙмыштарҙан уҙмыштар юҡ, төрлө кешеләр... төрлө яҙмыштар...... Радик, йоҡламайһыңмы?,.. - Сеү, йоҡла, һаташма, бәпесем..-Радик?... Әү?... Мин,.. мин, яратам... яратам һине.. - Беләм. - Нисек?... Күҙҙәреңдән!!...Күҙҙәремден нурын, һиндә күрәм,Һағышымды юйҙың - һөйөүҙә...Тындарымды ҡыҫҡан, яҙмышымдан -Мин бәхетле, һөйөп - ныуҙа!
Римма Саньярова
Читайте нас в