Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 11:05

Яңғыҙы бер ауылда - 14 йыл...

Рәфҡәт Абзалов бына 14 йыл инде үҙизоляцияла. Ауылда берҙән-бер хужа булһа ла, ул үҙен ҡарап, тәрбиәләп йөрөтә, хатта битлек, башына стилле эшләпәһен кейергә лә онотмай, донъялағы хәлдәр менән яҡшы таныш. Тик һөйләшергә кеше генә юҡ.

Рәфҡәт Абзалов бына 14 йыл инде үҙизоляцияла, Благовар районының Кирилло – Кармасан ауылында яңғыҙы йәшәй. Ауыл кешеләренең иң һуңғыһы ул, сөнки башҡалар күптән вафат булған. Бер үҙе телевизор ҡарай, утын ҡырҡа, мейес яға, ҡасан да булһа бөтөп барған ауылдан тормош гөрләп торған ергә күсеренә хыяллана.
Ауылда берҙән-бер хужа булһа ла, ул үҙен ҡарап, тәрбиәләп йөрөтә, хатта битлек, башына стилле эшләпәһен кейергә лә онотмай, донъялағы хәлдәр менән яҡшы таныш. Тик һөйләшергә кеше генә юҡ.
Өйҙә өс телевизор, ике һыуытҡыс, фотографиялар... Бәләкәй генә мастерской ҙа бар. Ауылда магазин да, транспорт та юҡ, автобус йөрөмәй. Тормош уңайлыҡтары хаҡында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй, өйҙә газ, һыу, йылытыу системаһы юҡ. Шуға күрә Рәфҡәт ағайҙың ҡулынан балта төшмәй. Ул Дүшәнбе ҡалаһында тыуып үҫкән, ҡатыны менән айырылышҡандан һуң 80-се йылдарҙа Башҡортостанға йәшәргә килә, оҙаҡ ҡына гражданлыҡ ала алмай йонсой. Урындағы совхозда малсы булып эшләй. Бушаған бер йортто алып, шунда көн күрә. Элекке ҡатынын һәм ҡыҙын эҙләп ҡараһа ла, таба алмаған.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәфҡәт ағайҙың ишек төбөнән күрше ауыл магазинына тиклем юл бар. Әйтерһең дә, уның өсөн генә махсус төҙөгәндәр! Ирекмәндәр ағай менән ҡыҙыҡһына башлаған, бәлки, бөтә уңайлыҡтары булған күрше ауылға күсергә ярҙам итерҙәр?
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: