Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 17:10

“Әйт, әсәй, мин һиңә үгәй баламы?”

Унынсы класта уҡып йөрөгән Наилә торған һайын әсәһенең сәйер холҡона таң ҡала. Кисә ул: “Яңы йылда минең Ҡарһылыу булып кейенгем килә. Магазинда матур костюм бар, алайыҡ әле”, – тигәйне, әсәһе: “Әлегә аҡса юҡ, үҙебеҙ тегербеҙ, ҡыҙым”, – тине.Иртәгәһенә һеңлеһе Әлиә:– Магазинда принцесса Элиза костюмы бар, ул миңә бик оҡшаны, әсәй. Яңы йыл маскарадында принцесса булып кейенгем килә, – тип әйтеүе булды, тегеһенең әллә ҡайҙан аҡсаһы ла табылды, шул көндә үк һатып алып та бирҙе.Ә бер көн Наилә: “Әсәй, ун алты йәшем тула, миңә смартфон бүләк итһәң ине”, – тип үтенде. “Ундай ҡиммәтле бүләкте алырға аҡса юҡ, үҙең эшләй башлағас алырһың инде”, – тигән булды әсәһе. Ҡыҙ үпкәләмәне, ә шулай ҙа уның ун дүрт йәшен тултырған Әлиәгә иһә бер һүҙһеҙ ҡиммәтле бүләк алырға ризалашыуы аптыратты.

Бер ғаиләнең эс сере.Унынсы класта уҡып йөрөгән Наилә торған һайын әсәһенең сәйер холҡона таң ҡала. Кисә ул: “Яңы йылда минең Ҡарһылыу булып кейенгем килә. Магазинда матур костюм бар, алайыҡ әле”, – тигәйне, әсәһе: “Әлегә аҡса юҡ, үҙебеҙ тегербеҙ, ҡыҙым”, – тине.Иртәгәһенә һеңлеһе Әлиә:– Магазинда принцесса Элиза костюмы бар, ул миңә бик оҡшаны, әсәй. Яңы йыл маскарадында принцесса булып кейенгем килә, – тип әйтеүе булды, тегеһенең әллә ҡайҙан аҡсаһы ла табылды, шул көндә үк һатып алып та бирҙе.Ә бер көн Наилә: “Әсәй, ун алты йәшем тула, миңә смартфон бүләк итһәң ине”, – тип үтенде. “Ундай ҡиммәтле бүләкте алырға аҡса юҡ, үҙең эшләй башлағас алырһың инде”, – тигән булды әсәһе. Ҡыҙ үпкәләмәне, ә шулай ҙа уның ун дүрт йәшен тултырған Әлиәгә иһә бер һүҙһеҙ ҡиммәтле бүләк алырға ризалашыуы аптыратты.– Һөйөклө ҡыҙыма кредитҡа батып булһа ла алып бирермен инде, – тине әсәй кеше. Иртәгәһенә яңы моделле кеҫә телефоны кесе ҡыҙының ҡулында ине.Наиләнең әсәһенә ғәжәпләнеүе көндән-көн арта барҙы: “Ниңә ул һеңлеһе Әлиә өсөн барыһын да эшләргә әҙер, ә уны бар тип тә белмәй? Ниңә әсәһенең бөтә иғтибары бер һеңлеһенә генә йүнәлтелгән?” Хатта үҫмер ҡыҙҙың башына: “Әллә Рабиға минең үҙ әсәйем түгелме икән?” – тигән икеле-микеле уйҙар килә башланы. Кейем-фәлән алғанда әсәһе Наиләгә осһоҙорағын, ябайырағын һайлай, ә Әлиә үҙе теләгәнен алдырта. Ана, күршеләрендә йәшәгән Ғәлимә апай иң башта оло ҡыҙын ҡарай. Күлдәк, туфли һымаҡ ҡыҙҙарға кәрәк-яраҡты тәүҙә уға алып бирә. Кесе ҡыҙына: “Һин әле бәләкәй, ана, апайыңдан ҡалғанды кейеп тор”, – ти. Әсәһен күрше апай менән сағыштырып ҡарай ҙа уның ҡыланыштарына Наиләнең һыны теймәй. “Әллә мин һинең үҙ ҡыҙың түгелме?” – тип һорарға ынтылып ҡуя ла һүҙҙе нисек башларға белмәй туҡтап ҡала.Бер көн һеңлеһе мәктәпкә бейеү түңәрәгенә киткәс, әсәһе:– Яҙ етте, Наилә ҡыҙым, өйҙө йыйыштырып, иҙәндәрҙе, тәҙрәләрҙе йыуып алырға кәрәк, – тине. – Бар, ана, һыу йылынған, һабын, порошок шунда, эшкә тотон.– Ниңә мин бер үҙем генә? Әлиә ҡайтҡас, икәүләп тиҙ генә эшләп ҡуйырбыҙ әле, – тине Наилә. Үҙе, эстән һөйләшергә уңайлы мәл сығыуға ҡыуанып, һүҙ башланы.– Әсәй, ниңә һин Әлиәне бер эшкә лә ҡушмайһың? Ул ҡайҙа теләй, шунда бара, ни теләй, шуны эшләй, нимә һорай, шуны алдырта. Һин уны яратаһың, ә мине үгәй ҡыҙың һымаҡ күрәһең. Ул рәхәтләнеп түңәрәктәргә йөрөй, ә өйҙәге бөтә эш –минең елкәлә. Хатта ризыҡты ла башта Әлиәгә бирәһең, ә миңә ҡалғаны ла ярай. – Әйтеп бөтөрөр-бөтөрмәҫтән, ҡыҙ сабый бала кеүек илап ебәрҙе. – Әллә мин һиңә үгәйме? Әйт, әсәй, мин һиңә үгәй баламы?Әсә, ҡыҙының эргәһенә күсеп ултырып, эргәһенә һыйындырҙы, иркәләп сәсенән һыйпаны:– Ҡыҙым, күңелең һиҙгер икән. Һин – үҙ ҡыҙым, ә Әлиәне бала табыу йортонан алдым. Күрәһең, шул саҡтағы үкһеҙ етемгә булған йәлләү хисе йөрәгемә һеңеп ҡалғандыр. Һеҙҙе айырып ҡарауымды һиҙмәй ҙә инем әле.Рабиға ун дүрт йыл буйы күңел түрендә тәрән сер итеп һаҡлаған хәлдәрҙе Наиләгә һөйләп бирмәйенсә ике ҡыҙы араһындағы мөнәсәбәттең яйланмаҫын аңланы.– Беҙҙең ғаиләлә мәңге һис кем белмәҫкә тейешле бер сер бар, – тип башланы ул һүҙен. – Инде һин, ҡыҙым, ҙур үҫтең, аңларһың. Мин һиңә бөгөн ул серҙе сисергә булдым.– Һөйлә, әсәй.– Бала табыу йортонда ятам. Ҡыҙым үле тыуҙы ла ҡуйҙы. Эй илайым. Үҙемә урын таба алмайым, эсем боша, түҙеп торғоһоҙ. Шул саҡ күрше палатала бер сабыйҙың илағанын ишетеп ҡалдым. Теге бала алһыҙ-ялһыҙ илай ҙа илай. Йоҡом осто. Ниңә улайта икән ул бала? Һорашҡайным, әсәһе ташлап китте, имеҙеп тә ҡараманы, асығып илай, тине өлкән шәфҡәт туташы. Әллә мин имеҙеп ҡарайыммы, тинем дә, табиптар менән һөйләшеп, баланы алып имеҙә башланым. Ас бала имсәккә һөлөк кеүек йәбеште. Тамағы туйғайны, шунда уҡ иҙерәп йоҡлап та китте. Баланы көн дә бер нисә тапҡыр имеҙә башланым. Күкрәгемә терәлһә, сабыйҡайҙы үҙемдең балам һымаҡ тоям. Дауахананан сығырға ваҡыт еткәс, уны ҡалдырғым килмәне лә ҡуйҙы. Күкрәк һөтөнән башҡа бала нисек үҫер, тип уйлап, теләгемде табиптарға әйттем. Кәңәшләштек тә уны үҙемдеке итеп яҙҙырҙым да ҡуйҙым. Ике ҡыҙым булыр, тинем.Тик был хәлде атайың ҡабул итә алманы. “Мин сит кешенең балаһын ярата алмайым”, – тип, асыуланып, беҙҙе ҡалдырып, өйҙән сығып китте. Бына ошо беҙҙең ғаилә сере. Шул саҡтарҙан бирле, ахыры, йөрәгемә Әлиә ҡыҙымды йәлләү тойғоһо инеп урынлашҡан. Үҙем дә һиҙ­мәйем, уны айырып ҡарауым шунан киләлер. Әлиә үҙенең етемлеген белмәй үҫте, артабан да белмәһен ине, тием.Наилә әсәһенең үҙен ғәйепле тойған борсоулы йөҙөнә ҡарап торҙо ла уны ҡосаҡлап алды:– Ғәфү ит, әсәкәйем. Ниңә уны элек үк әйтмәнең? Был сер минән мәңге сыҡмаҫ. Әлиәгә лә әйтмәм.– Һинең үпкәләп, турһайып йөрөүеңде күреү миңә ауыр булды. Серҙе һиңә систем, ҡыҙым.– Былай булғас, һеңлемде тағы ла нығыраҡ яратырмын.– Арағыҙ һыуыныуҙан ҡурҡтым. Әлиә ишетеп ҡалһа, ауыр кисерер, тип борсолдом. Хәҙер һин ҙур үҫтең, барыһын да аңларлыҡ йәшкә еттең.– Киреһенсә, һинең Әлиәне иркәләтеүең, минән өҫтөн күреүең арҡаһында тора-бара арабыҙ боҙолор ине. Һуңғы ваҡытта Әлиәгә ҡырын ҡарай башлағайным инде.Хәлдең асылын белгәс, Наиләнең күңелендә әсәһенә ҡарата ихтирам уянды. Ошо тиклем серҙе нисек йөрәгенә йәшереп һаҡлап йөрөткән? Атаһына ла һүҙ тейҙергәне булманы. Оло йөрәкле икән уның әсәһе!Бер аҙ уйланып ултырғас, Наилә йомшаҡ ҡына итеп әйтеп ҡуйҙы:– Әсәй, тик һеңлемде артыҡ иркәләтмә, йә холҡо боҙолоп ҡуйыр. Өләсәйем: “Иркә ҡайҙа – иҫәр шунда”, – ти торғайны бит. Миңә эш ҡушһаң, Әлиәгә лә ҡуш. Эшләп өйрәнһен.Шулай һөйләшеп ултырғанда, Әлиә лә ҡайтып инде. Ишектән инеү менән Наилә һеңлеһен ҡосаҡлап алды:– Әйҙә, тамаҡ ялғап ал да аҙаҡ икәүләп өйҙө йыйыштырырбыҙ. Әсәйем арыған, ул ял итһен.Апалы-һеңлеле икәүҙең күңелле генә эшкә тотонғанын күреп, Рабиға апайға ла еңел булып ҡалды.Ире күпмелер ваҡыттан һуң “ҡыҙымды күрәм” тип һылтаулап килгеләп йөрөнө, тик бер ҡырҡылған икмәк кире йәбешәме ни? Таныштары араһынан: “Йәш ғүмерең зая үтә, тормошҡа сыҡ, Рабиға”, – тип димләп ҡараусылар булды, әммә йәш ҡатын яҙмышын үҙгәртеү хаҡында уйлап та ҡараманы. Һоратыусыларға: “Башта ҡыҙ­ҙарымды үҫтереп, башлы-күҙле итәйем әле”, – тип кенә ҡуйҙы. Әсә йөрәгендә ҡыҙҙарына булған мөхәббәте шул тиклем көслө ине шул.
Автор: Лира ЯҠШЫБАЕВА
Читайте нас: