Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2020, 12:00

Донъялағы иң оҙон буйлы кешенең яҙмышы нисек булған?

2,72 метрлыҡ Роберт Уодлоу үҙен мәҙәк итеп түгел, ә шәхес итеп күреүҙәрен теләгән.

2,72 метрлыҡ Роберт Уодлоу үҙен мәҙәк итеп түгел, ә шәхес итеп күреүҙәрен теләгән.Роберт Уодлоу Американың Олтон тигән бәләкәй генә ҡалаһында 1918 йылда тыуған. Ата-әсәһе, ағай-һеңлеләре ғәҙәти кеше булған. Гипофиз сире сәбәпле, Роберт әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен көн үҫкән, йыл үҫәһен ай үҫкән: 6 йәшендә –170 сантиметр, 9- ында –189, мәктәпте тамамлауға 2,51 метрға еткән. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында, әлбиттә, ул билдәле булған: гәзит- журналдар яҙған, урамда кешеләр фотоға төшөрөп алған.Аяғына һәм өҫтөнә кейемде махсус рәүештә тектереп алырға тура килгән, уның өсөн генә ҡулайлаштырып эшләнгән атаһының машинаһына ғына ултырып йөрөй алған. Былар бик ҡиммәткә төшкән ғаиләгә.Күп цирктар Уодлоуға файҙалы тәҡдимдәр яһай, тик ул кешеләрҙе аптыратыу, көлдөрөү юлы менән аҡса эшләргә теләмәй. Етди шөғөл табырға теләп, ул университетҡа юриспруденция факультетына уҡырға инә. Шул мәлдәрҙә уны тыуған ҡалаһындағы аяҡ кейемдәре фабрикаһы тауарҙарын рекламаларға саҡыра. Аҡсаға ҡытлыҡ кисергәс (уға өҫ һәм аяҡ кейемдәре тектереү бик ҡыйбатҡа төшә ), ризалашырға тура килә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Роберт Уодлоуҙың ғүмере бик ҡыҫҡа була. 200 килограмм ауырлыҡта 2, 72 метр оҙонлоҡтағы егет аяҡтарын бөтөнләй һиҙмәй тиерлек. 22 йәшендә үк ул таяҡҡа таянып йөрөй.Бер сығышы мәлендә уның аяғы ныҡ ҡына ҡырылып сейләнә һәм инфекция инеп, сепсис башлана. Былай ҙа дәү кешенең иммун системаһы бик көсһөҙ була. Шулай итеп, ул 1940 йылдың 15 июлендә үлеп ҡала.Үҙе теләгәнсә, яҡташтарының хәтерендә ҙур шәхес булып һаҡлана Роберт Уодлоу: уның исемеГиннестарҙың рекордтар китабына индерелгән, тыуған ҡалаһында Уодлоу музейы бар. Былтыр уның тыуыуының 100 йыллығы билдәләнгән.
Автор: Ә. Рәхмәтова әҙерләне.
фото интернет
Читайте нас: