Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.
Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы?...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡҡан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә һәм һәүетемсә йәшәй ҙә китә былар. Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, ирҙең яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, өҫтәүенә, әмәлен дә өйрәтә ти әле көндәшенә:– Юлдан эҙләйһең инде,юлдан...