Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 17:25

БАЛЛЫ ТОРТ

Кәрәк:3 йомортҡа150 г. аҡ май1 ст.шәкәр1 ҡалаҡ сода2 ҡалаҡ бал3-4 ст. он

Кәрәк:3 йомортҡа150 г. аҡ май1 ст.шәкәр1 ҡалаҡ сода2 ҡалаҡ бал3-4 ст. онКрем өсөн:1,5 ст.һөт2 йомортҡа1 ҡалаҡ он1 ст. шәкәрӘҙерләү:Йомортҡа менән шәкәрҙе ныҡ итеп күпергәнсе туғып, өҫтөнә йомшарған майҙы һалып болғайбыҙ. Ике ҡалаҡ балды талғын утҡа ҡуйып ҡайнатып алабыҙ, ул ҡайнап сыҡҡас өҫтөнә бер ҡалаҡ соданы һалып болғатабыҙ, масса ике тапҡырға күбәйеп китергә тейеш. Һәм балды йомортҡа өҫтөнә ҡойоп, он һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Майлы ғына ҡамыр килеп сыға. Минең ошо ҡамырҙан 8 корж сыҡты, мөмкин 6-ға ла бүлеп ҙурыраҡ итеп бешерергә. Корждар 200 градуста 3-4минут бешә.Хәҙер крем әҙерләүгә күсәйек. Бының өсөн йомортҡа менән шәкәрҙе туғып, он һалып болғарға ла, өҫтөнә һалҡын һөт ҡойоп ҡайнатырға ултыртырға. Бер туҡтауһыҙ болғап тороп ҡайнатып алырға кәрәк. Әгәр шыйыҡ булһа ҡуйырғансы тиклем утта тоторға мөмкин. Крем һыуығас корждарға һылап, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп бирергә мөмкин.Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: