Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 14:00

Ете ауылда модулле ФАП төҙөләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, быйыл Учалы районында өр-яңы ете модулле фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, быйыл Учалы районында өр-яңы ете модулле фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк.
Уларҙы Вознесенка, Ҡалҡан, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында ҡороп ҡуясаҡтар. Барыһы ла яңы стандарттар буйынса сафҡа инәсәк - ауыл медицинаһы сифаты буйынса ҡаланыҡынан ҡалышмаясаҡ. Тиҙ йыйылған конструкцияларҙан торған ФАП-тарҙы төҙөү күп ваҡыт талап итмәй.
Бер йыл эсендә ошондай ҙур күләмдә медицина учереждениелары әлегә тиклем төҙөлгәне булманы.
- Фельдшер-акушер пунктының төҙөлөшө – ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы хәл буласаҡ. Әлеге ваҡытта медицина учреждениеларының 60-70 процентының биналары бик иҫке, үткән быуаттың 60-70-се йылдарында сафҡа ингән. Хәҙер иһә ауыл халҡы өсөн яҡты, йылы, уңайлы, бар санитар талаптарға яуап биргән, кәрәкле инструменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, пациенттарҙы фельдшерҙар ғына түгел, табиптарҙың мобиль бригадаһы ла ҡабул итә алған фельдшер-акушер бинаһы буласаҡ, - ти Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов.
Әлиә ДАУЫТОВА.
Фото - ГТРК "Башкортостан".
Читайте нас: