Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 11:57

Мейәстә урлашып та, Учалыла тотолдо

Поездағы юлдашының телефонын урлаған була

Эске эштәр министрлығының Көньяҡ-Урал транспорт идаралығы тәүтикшереүселәре бурлыҡ тураһында бер енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлап, материалдар судҡа ебәрелде, тип хәбәр ителде.
Был ваҡиға быйыл февралаь айында башлана. Мәскәү-Силәбе поезында килгән 36 йәшлек пассажир, Мейәс станцияһында төшкәндә, өҫтәлдә ятҡан сит смартфонды кеҫәһенә һалып ала.
Тәбиғи, ҡиммәтле смартфондың эйәһе милке юғалыу тураһында полицияға мөрәжәғәт итә. Техника заманы бит, урланған телефонды Учалы районы биләмәләренән ҡулланыу тураһында белеү уларға әллә ни ауырға төшмәй. Оҙаҡламай урланған телефон менән файҙаланған таксист асыҡлана, ул ни, кемдән күпмегә һатып алыуын хәбәр итә. 13 мең һумлыҡ телефонды ни бары 1 мең һумға алған була икән. Тәбиғи, хәҙер телефон да тартып алынды, аҡсаһын кире ҡайтара алыуы ла икеле. Бур суд алдына баҫтырыла. Мәғлүмәт сығанағы – http://newsmiass.ru/index.php?news=58995
Аптырарһың кешеләргә, ошолай күрәләтә эш иткәндә тотоласаҡтары алдан билдәле бит инде, күрәһең, яза буласағын белә тороп та, шайтан ҡотҡоһона ҡаршы тора алмайҙар.
Читайте нас: