Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 13:55

Милли проекттарҙы – тормошҡа

Республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған милли проекттар бихисап өлкәләргә ярҙам итә. Уларҙың ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта башҡарылыуы бигерәк тә мөһим.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған милли проекттар бихисап өлкәләргә ярҙам итә. Уларҙың ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта башҡарылыуы бигерәк тә мөһим.
Шулай, район хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә Уральск ауылының балалар музыка мәктәбе музыка ҡоралдары һәм техник ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Ентекләберәк һөйләгәндә, учреждение нәҡ ошо милли проектта ҡатнышыуы һөҙөмтәһендә «K.Kawai» рояле, ике «Pearl River» фортепианоһы, ике һанлы фортепиано, шулай уҡ техник ҡорамалдар – керамика яндырыу өсөн муфелле мейес, балсыҡтан көршәк яһау өсөн ҡорамал, штативта экрандар, электропривод менән экран, ноутбуктар, проекторҙар алып һөйөндө.
Музыка мәктәбе бер пианиноны, муфелле мейесте һәм көршәк яһау өсөн ҡорамалды мәктәптең Миндәк ауылында урынлашҡан филиалына тапшырырға ҡарар иткән. Ошо көндәрҙә музыка мәктәбенә думбыра һәм гитара, һуҡма инструменттарҙың килтерелеүе планлаштырылған.
Әлеге көндә Уральск балалар музыка мәктәбендә 229 бала шөғөлләнә. Яңы уҡыу йылын улар ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки уларҙы өр-яңы музыка ҡоралдары көтә бит.
Гүзәл ЛАТИПОВА.
Фото: район хакимиәте сайтынан
Читайте нас: