Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 13:50

“Заманса мәктәп” программаһы тормошҡа аша

Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында мәғариф өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыла.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында мәғариф өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыла.
Шулай, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се урта мәктәптә һәм Йомағужа мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең ике мәғариф үҙәге асылды.
– Мәғариф үҙәктәренең маҡсаты – уҡыусыларға белем алыу барышында уңайлы шарттар булдырыу, – тип белдерҙе Күгәрсен районы мәғариф бүлегенең һанлы форматҡа күсеү үҙәге директоры Фәйрүзә Ибраһимова. – Улай ғына ла түгел, заманса смарт-белем биреү, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, информатика, математика, технология дәрестәрен заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар ярҙамында үткәреү.
Заманса уҡыу техникаһы менән йыһазландырылған юғары технологиялы майҙансыҡтар уҡыусыларға теүәл фәндәрҙе яңыса өйрәнеү мөмкинлеген биргән. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр каникул осоронда ла килеп шөғөлләнә ала.
“Башҡортостан” (И. Аҡълов)
Фото: sever-press.ru
Читайте нас: