Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:30

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Билдәләнгән уй-ниәттәр нисек бойомға ашырыла, милли проблемаларҙы хәл итеү йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыла? Ниндәйҙәре өҫтөндә эшләйһе бар? Әйтергә кәрәк, Фәнил Нил улы етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ эштәрҙе бойомға ашырыуға өлгәште, ҡайһылары йыл аҙағына ҡәҙәр тормошҡа ашырыласаҡ. Фәнил Нил улы әңгәмәбеҙҙә ҡоролтайсылар башҡарған эштәрҙе барлап ҡына ҡалманы, ә халҡыбыҙҙы борсоған иң ҡырҡыу проблемаларҙы күтәреп сыҡты, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға, рухлы быуын тәрбиәләргә саҡырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Билдәләнгән уй-ниәттәр нисек бойомға ашырыла, милли проблемаларҙы хәл итеү йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыла? Ниндәйҙәре өҫтөндә эшләйһе бар? Әйтергә кәрәк, Фәнил Нил улы етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ эштәрҙе бойомға ашырыуға өлгәште, ҡайһылары йыл аҙағына ҡәҙәр тормошҡа ашырыласаҡ. Фәнил Нил улы әңгәмәбеҙҙә ҡоролтайсылар башҡарған эштәрҙе барлап ҡына ҡалманы, ә халҡыбыҙҙы борсоған иң ҡырҡыу проблемаларҙы күтәреп сыҡты, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға, рухлы быуын тәрбиәләргә саҡырҙы. Шуныһы һөйөнөслө, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошон өйрәнеү, ошо юҫыҡта халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу, мәктәп етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәреп сыға һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес роль уйнай. - Районыбыҙҙа 70 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһында 11 кеше тора. Халҡым, илем, телем тип янып йәшәгән Ағинәйҙәр ҡоро, Яҙыусылар ойошмаһы, мәғариф бүлеге, музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әүҙем генә эшләйбеҙ. Ай һайын бер ултырыш ойоштороп, йыйылған мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итергә тырышабыҙ. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу һорауы булһынмы, ниндәй саралар үткәреү, халыҡтың мәҙәниәтен күтәреү мәсьәләләре ҡуйыла. Коронавирус сәбәпле, эшебеҙ туҡтап ҡалманы, үҙебеҙҙең төркөмдә аралашабыҙ. Унда ла күтәрелгән проблемаларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат - районыбыҙҙа башҡорт телен уҡытыу. Башҡорт йәмәғәтселеген борсоуға һалған иң көнүҙәк мәсьәлә - тел проблемаһы. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең туған телен өйрәнәһе урынға “минең ҡытай телен уҡығым килә” тип белдереүе борсоуға һала. Онлайн форматта булһа ла, төрлө конкурстар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Учалы Яҙыусылар ойошмаһы Учалы башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә Бөйөк Еңеүҙен 75 йыллығына арналған "Шанлы йылдар ауазы" исемле шиғырҙар конкурсы иғлан иткәйне. БР Яҙыусылар союзы ағзалары Минзәлә Шөғәйепова, Мөнир Иҡсанов, Наилә Хәмбәлиеваларҙың шиғырҙары конкурстан тыш ҡаралды. БР Атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, БР Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, шағир, журналист Әхмәр Үтәбаев, БР Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, билдәле шағирә, журналист Лариса Абдуллина составындағы абруйлы баһалама комиссияһы урындарҙы түбәндәгесә билдәләне: 1-се урын - Миңнур Байғарина; 2-се урын - Нурсилә Бүләкова; 3-сө урын - Дилара Мәхмүтдинова. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы Миңнур Байғаринаға “Башҡорттар” китабын бүләк итте. Ә БР Яҙыусылар берлеге һәр ҡатнашыусыға Башҡортостан әҙиптәренең китаптарын тапшырҙы. Форсаттан файҙаланып, "Шанлы йылдар ауазы" конкурсында ҡатнашҡан һәр кемгә, әүҙемлек күрһәткән уҡыусыларға, лайыҡлы баһа биргән баһалама комиссияһына ҙур рәхмәт әйтеп үтәһем килә. Быйыл үткән республика таҡмаҡсылар конкурсында ла ҡатнашырға теләк белдерҙек. Унда районыбыҙҙың данын Наурыҙ ауылынан Закир Ғарипов яҡланы. Тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, балаларҙы ла, ололарҙы ла, хатта ир-атты ла йәлеп итәбеҙ. Киләһе йылда Ир-егеттәр ҡорон булдырыу бурысы тора. Ир-ат, атай абруйын булдырыу, улдарыбыҙҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау - ҡатын-ҡыҙ иңендә, был йүнәлеш тә “Ағинәйҙәр ҡоро” менән тығыҙ бәйләнештә барырға тейеш тип иҫәпләйем, - тигән теләктәрен белдерҙе Фәнил Нил улы. Фәнил Нил улы билдәләүенсә, Ҡоролтай халҡыбыҙҙы үҙенә туплаған һәм уның мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләгән абруйлы ойошма булырға бурыслы. Әле Яҙыусылар ойошмаһы, Ағинәйҙәр ҡоро, Мәргән уҡсылар, мәғариф бүлегенең башҡорт теле методик берекмәһе бик әүҙем эшләй, башҡалар уларҙан үрнәк алһын ине. Айырым билдәләп үтергә кәрәк, Мәрзиә Солтанбаева, Римма Солтанова, Фәнүр Шаһиев, Илдар Исхаҡов, Морат Солтанғолов, Рәфиә Әсәҙуллина, Александр Шумков башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерәләр. Башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға яҙылыу, милли гәзит-журналдарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен дә күтәрҙе Фәнил Бүләков. Ысынлап та, был башҡорт йәмғиәте өсөн бөгөн бик актуаль тема һәм милли баҫмаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға һәр башҡорт үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. -Ысынлап та, халыҡ ваҡытлы матбуғатҡа бик хөрт яҙыла. Шуның өсөн был эште урындарҙа әүҙемләштерергә кәрәк. Һәр уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - барыһы ла “Яйыҡ”ҡа, башҡа башҡорт баҫмаһына яҙылһын, башҡаларҙы ла өгөтләһен. Хәҙер беҙҙең халыҡта “милли рух” тигән ҡиммәтле төшөнсә бөтөп бара - матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүен шуның менән аңлатып булалыр, минеңсә. Был, әлбиттә, бик хәүефле хәл. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, ошо изге эште атҡарып сығайыҡ, милли гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ. Иртәгә һуң булыуы ихтимал! - тип мөрәжәғәт итте урындағы ҡоролтай рәйесе яҡташтарыбыҙға.
Читайте нас: