Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:15

Балаларҙы ҡотҡарған

Башҡортостанда бер егет һыуға батып барған балаларҙы ҡотҡарған. Батыр уҙаманға рәхмәт әйтеү өсөн уны эҙләйҙәр ине.27 майҙа 9 һәм 12 йәшлек малайҙар пляждан йөҙ метр алыҫлыҡтағы Ашҡаҙар йылғаһында һыу инмәксе булған. Балалар ағымға ҡаршы тора алмайынса бата башлаған

Башҡортостанда бер егет һыуға батып барған балаларҙы ҡотҡарған. Батыр уҙаманға рәхмәт әйтеү өсөн уны эҙләйҙәр ине.27 майҙа 9 һәм 12 йәшлек малайҙар пляждан йөҙ метр алыҫлыҡтағы Ашҡаҙар йылғаһында һыу инмәксе булған. Балалар ағымға ҡаршы тора алмайынса бата башлаған. Быны күреп ҡалған бер егет берәүһен тартып сығарған, һуңынан ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, тегеләре икенсеһен ҡотҡарған. Ниһайәт, уны тапҡандар. Ҡотҡарыусының исеме Вадим. Уға 36 йәш. Төҙөлөш өлкәһендә хәүефһеҙлек инспекторы булып эшләй. Был хәлдән һуң Вадим ауырып киткән, шуға күрә «Стерлитамакский рабочий» гәзитенә әлеге ваҡиға тураһында уның ҡатыны Анжела һөйләне.— Был көндө беҙ ғаиләбеҙ менән пляжға килгәйнек. Юҡ, һыу инмәнек: һигеҙ йәшлек улыбыҙ - һыу янында, ирем бер йәшлек ҡыҙыбыҙ менән саҡ ҡына алыҫтараҡ йөрөй ине. Йылғала сәпелдәшкән малайҙарҙың береһенең ярҙамға саҡырғанын ишетеп ҡалдыҡ: дуҫын ағым ағыҙып киткән. Ирем ҡыҙымды миңә ҡалдырҙы ла һыуға һикерҙе. Ул баланы икенсе ярға тартып сығарҙы, - тип һөйләне Вадимдың ҡатыны.Һуңынан ағым икенсе баланы ла ағыҙып алып китә башлаған. Вадим һәм уның ҡатыны ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡырған , тегеләре ваҡытында килеп еткән - малайҙы һыуҙан тартып сығарған һәм беренсе ҡотҡарылған малайҙы үҙҙәре менән алып киткән.— Ирем менән ғорурланам. Улым да ысын ир-егет булып үҫер, бәләгә тарыған кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр тип ышанам - тип өҫтәне Анжела.Сығанаҡ: «Стерлитамакский рабочий» гәзите
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: