Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 15:10

Инвалидлыҡты билдәләү тәртибе ябайлаштырылды

Инвалидлыҡ билдәләүҙең ваҡытлыса тәртибе элекке инвалидлыҡ төркөмөн автомат рәүешендә ярты йылға оҙайтырға мөмкинлек бирә.

Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләүҙең ябайлаштырылған тәртибенән 140 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Апрель башынан 55,4 мең гражданға элек билдәләнгән инвалидлыҡ төркөмө оҙайтылды. 83,5 мең кешегә медицина ойошмаларынан килгән документтар нигеҙендә тәүге тапҡыр инвалидлыҡ билдәләнде. Был осраҡта кешенең Медик-экспертиза бюроһына шәхсән барыуы талап ителмәне.Инвалидлыҡ билдәләүҙең ваҡытлыса тәртибе элекке инвалидлыҡ төркөмөн автомат рәүешендә ярты йылға оҙайтырға мөмкинлек бирә. Ябайлаштырылған тәртип балаларға ла ҡағыла.Әгәр ҙә инвалидлыҡты оҙайтыу срогы 1 марттан 1 октябргә тиклемге осорға тап килһә, инвалидлыҡ автомат рәүешендә алты айға оҙайтыла. Башҡаса бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Реабилитация программаһы шулай уҡ ярты йылға оҙайтыла. Элек тәҡдим ителгән бөтә реабилитация саралары, техник саралар менән тәьмин итеү һаҡлана.Инвалидлыҡ алыуға медицина ойошмалары тарафынан йүнәлтмәләр бирелгән граждандарға бер ҡайҙа ла тикшеренеү үтеү кәрәкмәй. Пенсияны тәғәйенләү һәм түләүҙе Пенсия фонды инвалидтарҙың федераль реестры мәғлүмәттәре нигеҙендә башҡара. Ғариза яҙыу талап ителмәй.
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
Читайте нас в