Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 22:05

Ҡоролтай тылсымлы көскә эйә

Башҡорт халҡы бөгөн мөһим даталарҙың береһен билдәләй – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулды. Ошо йылдар арауығында күпме мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙҙең бәҫен күтәреү, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү тәңгәлендә бихисап эштәр эшләнгән.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ҡоролтай25
Башҡорт халҡы бөгөн мөһим даталарҙың береһен билдәләй – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулды. Ошо йылдар арауығында күпме мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән, милләтебеҙҙең бәҫен күтәреү, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү тәңгәлендә бихисап эштәр эшләнгән.
Юҡҡа ғына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев:
- Башҡорт Ҡоролтайы" тигән күптән онотолған яңы һүҙбәйләнеш халыҡты бергә туплар тылсымлы көскә эйә булып сыҡты, - тип әйтмәй бит.
"Ҡоролтай" сайты билдәле шәхес менән әңгәмәләшергә лә өлгөргән. Был әңгәмәне төркөмдәштәребеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ:
"I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, РФ, БР халык артисы, ғәмәлдәге Ҡоролтай Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев тәүге ҡоролтайҙан тәьҫораттарын яҡшы иҫләй: "Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәреү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарары сыҡҡан мәлде бөгөнгөләй хәтерләйем. Совет иле тарҡалып, ата - улды ,әсә ҡыҙҙы танымаған буталсыҡ осорҙа "Ҡоролтай" тигән һүҙҙе ишетеү менән, халыҡ һиҫкәнде. Сөнки был һүҙҙең ҡөҙрәте башҡорттоң төпкө аңында быуаттар дауамында һаҡланып килә. "Башҡорт Ҡоролтайы" тигән күптән онотолған яңы һүҙбәйләнеш халыҡты бергә туплар тылсымлы көскә эйә булып сыҡты. Ойоштороу комитеты бер йыл алдан уҡ үҙ эшен башланы.Ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршылау, эшлекле шарттар тыуҙырыуҙан тыш Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына лайыҡлы делегаттарҙы һайлау эше киң йәйелдерелде. Ойоштороу комитеты республиканың һәр бер коллектив һәм ойошмаһында йыйылыштар үткәреп, район Ҡоролтайҙарына делегаттар һайланы. Район Ҡоролтайҙары, үҙ сиратында, квота буйынса Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар раҫланы. Миңә лә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективынан Өфө ҡалаһының Киров районы Ҡоролтайында ҡатнашырға тура килде. Ул 1995 йылдың март айында Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында үтте. Шығырым тулы залда Киров районы коллективтары һәм ойошмаларынан һайланып килгән делегаттар. Уларҙың һәр береһе Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып һайланырға дәғүә итә. Һәр береһе республикаға билдәле шәхестәр: профессорҙар,академиктар... Берәмләп сәхнәгә сығып, үҙҙәре менән таныштырғандан һуң киләсәктә милләтте туплау, һаҡлау, үҫтереү тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Делегаттар шулай бик демократив шарттарҙа һәм дәғүәселәр менән ғәҙел көрәштә һайланды. Был үҙгәреш елдәре сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағылды. Башҡортостанға бар донъянан йыйыласаҡ олуғ ҡунаҡтарға күрһәтеләсәк концерт программаһын төҙөү эштәре лә алдан башланды. Профессионал һәм үҫешмәкәр коллективтарҙың иң яҡшы ижади номерҙарын иләк аша үткәреп, сәхнәгә сығарылды. Байрам сараларында ҡатнашҡан коллективтарға һәм артистаға өр-яңы сәхнә костюмдары,музыка ҡоралдары алынды... Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты һәм ҡоролтай концертын алып барыусы булараҡ, шуны әйткем килә - сараны ойоштороусылар маҡсаттарына иреште. Милләтебеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әләме тирәһенә тупланды. Ҡоролтай халҡыбыҙға Ҡот, Рух, Сәм, Ғәм төшөнсәләрен яңынан ҡайтарҙы..."
Фото - eng/ufacity.infoeng.ufacity.info
Читайте нас: