Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 15:29

Яҙғы баҫыу кампанияһы тамамланып килә

Сәсеү 17 231 гектарҙа башҡарылды.

Былтырғы менән сағыштырғанда сәсеү майҙандары 1495 гектарға, йәғни 6 процентҡа артты, тип хәбәр итә район хакимиәте (https://vk.com/public172754444) . Шул иҫәптән иген культуралары 9680 гектар биләй, төп өлөштә бойҙай, арпа, һоло.
“Байрамғол” агрофирмаһы быйыл башлыса мал аҙығы культуралары үҫтереүгә күскән.
Оҙаҡламай мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла башланасаҡ, көндәр йылы һәм дымлы торғас, үҫемлектәр шашып күтәрелә башланы бит.
Ишетеп белдек – иң өлгөр йәшелсәселәр баҡсаларында бәрәңге күмә лә башлаған икән, ҡырау ғына төшмәһен инде!
Читайте нас: