Уҙған аҙнала 14 йыл инде юҡҡа сыҡҡан ауылда яңғыҙы ғына көн иткән 73 йәшлек пенсионер тураһында яҙғайныҡ. Уға әле яңы өй тапҡандар һәм уны һатып алыу өсөн аҡса йыйып бөткәндәр тиерлек!Рәфҡәт Абзалов 14 йыл яңғыҙы ғына Благовар районы Кирилл-Ҡармасан ауылында йәшәй. Уның йорто ярым емерек, ә яҡындағы магазин һәм дауахана 5 саҡрым алыҫлыҡта.utv.ru хәбәр итеүенсә, яҡындағы Самарин ауылынан Елена Бикбаева ҡартҡа ауылда яңы өй һатып алыу өсөн аҡса йыйыу ойошторған. Рәфҡәт ағай менән ул былтыр, ҡарт сираттағы тапҡыр магазинға килгән сағында танышҡан.— Мин был хаҡта уйламай ҙа инем. Ләкин ҡайҙандар ул килеп сыҡты. Шулай һөйләшеп йөрөй торғас, Лена мине күсергә күндерҙе. Һин үлгәс, бында һаҫып ятырһың, ти. Мин ризалаштым, - ти пенсионер.Яңы йортҡа тотош республика менән йыйғандар. 27 майға 213 мең йыйылған. Ә өйҙөң хужабикәһе, Рәфҡәт тураһында нығыраҡ белгәс, 30 мең һум ташлама яһаған. Хәҙер йорт 220 мең һум тора. Аҡса йыйыу дауам итә, сөнки өйгә ремонт эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, йылытыу өсөн генә 60 мең талап ителә.