Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 13:15

«Контейнерҙа йөҙтүбән ята ине»

«Контейнерҙа йөҙтүбән ята ине»: Беренсе каналда Башҡортостанда әсәнең яңы тыуған сабыйын сығарып ташлауы тураһында һөйләнеләр

«Контейнерҙа йөҙтүбән ята ине»: Беренсе каналда Башҡортостанда әсәнең яңы тыуған сабыйын сығарып ташлауы тураһында һөйләнеләр14 майҙа Туймазыла урам һепереүсе сүп контейнерҙарының береһендә бала илаған тауыш ишетеп ҡалған. Яҡыныраҡ килеп ҡарағас, сабыйҙың ҡулы күренгән. — Зәңгәр пакетты асһам, унда яланғас бала ята: башы, кескәй ҡулы күренә. Өшөгән, бөтә тәне күгәреп бөткән. Мин юғалып ҡалдым, әлбиттә, - тип һөйләне ул.Ир баланы йылы бинаға алып инеп, полиция һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Ашығыс ярҙам килеп еткәнсе, лифтерша Гөлнара Бәһрәмова сабыйҙы йылытырға маташҡан. Аҙаҡтан ул, йәшерәк булһам, баланы үҙемә алыр инем, тине. Дауаханаға илткәндә баланың тән температураһы 32 градус булған, ул саҡ тын алған. Уны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар, ә икенсе тәүлектә санавиация менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Хәҙер уның хәле уртаса ауырлыҡта. Видеокүҙәтеү камералары ярҙамында әсәне тиҙ тапҡандар. Ул - 36 йәшлек ҡатын, уның тағы ике балаһы бар. «Пусть говорят» тапшырыуы студияһында ул хәлдең нисек булғанын һөйләне. — Төндә бәҙрәфкә киттем. Уны ҡапыл тотоп алдым. Ул ниндәйҙер тауыш сығара ине. Таҫтамалға һалдым. Әллә иҫән, әллә юҡ, үлгәндер тип уйланым. Пакетҡа һалып, сүп-сар контейнерына табан йүнәлдем, «Нимә эшләйем һуң мин?» тигән уй йүгерҙе башымдан. Ул үҙенең ҡылығын һөйгәне – сабыйҙың атаһы ташлап китеү, шулай уҡ үҙен ҡотҡарыу менән аңлата, сөнки уның ҡаны аға башлаған – йәнәһе лә ул нимә эшләгәнен аңламаған. Ҡатын улын кире алырға әҙер булыуын әйтте һәм уны ҡотҡарған кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Ошо хәлдән һуң уның ике балаһын тартып алғандар, хәҙер улар атаһы менән йәшәй, ә тәфтишселәр яңы тыуған сабыйҙың ғүмеренә ҡул һуҙыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан.— Зәңгәр пакетты асһам, унда яланғас бала ята: башы, кескәй ҡулы күренә. Өшөгән, бөтә тәне күгәреп бөткән. Мин юғалып ҡалдым, әлбиттә, - тип һөйләне ул.Ир баланы йылы бинаға алып инеп, полиция һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Ашығыс ярҙам килеп еткәнсе, лифтерша Гөлнара Бәһрәмова сабыйҙы йылытырға маташҡан. Аҙаҡтан ул, йәшерәк булһам, баланы үҙемә алыр инем, тине. Дауаханаға илткәндә баланың тән температураһы 32 градус булған, ул саҡ тын алған. Уны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар, ә икенсе тәүлектә санавиация менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Хәҙер уның хәле уртаса ауырлыҡта. Видеокүҙәтеү камералары ярҙамында әсәне тиҙ тапҡандар. Ул - 36 йәшлек ҡатын, уның тағы ике балаһы бар. «Пусть говорят» тапшырыуы студияһында ул хәлдең нисек булғанын һөйләне. — Төндә бәҙрәфкә киттем. Уны ҡапыл тотоп алдым. Ул ниндәйҙер тауыш сығара ине. Таҫтамалға һалдым. Әллә иҫән, әллә юҡ, үлгәндер тип уйланым. Пакетҡа һалып, сүп-сар контейнерына табан йүнәлдем, «Нимә эшләйем һуң мин?» тигән уй йүгерҙе башымдан. Ул үҙенең ҡылығын һөйгәне – сабыйҙың атаһы ташлап китеү, шулай уҡ үҙен ҡотҡарыу менән аңлата, сөнки уның ҡаны аға башлаған – йәнәһе лә ул нимә эшләгәнен аңламаған. Ҡатын улын кире алырға әҙер булыуын әйтте һәм уны ҡотҡарған кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Ошо хәлдән һуң уның ике балаһын тартып алғандар, хәҙер улар атаһы менән йәшәй, ә тәфтишселәр яңы тыуған сабыйҙың ғүмеренә ҡул һуҙыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Башҡортостаным -яңылыҡтар.—Зәңгәрпакеттыасһам,ундаяланғасбалаята:башы,кескәйҡулыкүренә.Өшөгән,бөтәтәнекүгәрепбөткән.Минюғалыпҡалдым,әлбиттә,-типһөйләнеул.
Читайте нас в